Эшселәр ҡайҙа үҫә?04.04.2017
Бөгөн хеҙмәт баҙарында эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур. Учалы тау сәнәғәте колледжы – тап ошондай техник белем биргән уҡыу йорттарының береһе. Шуныһы мөһим – уны тамамлаған­дарҙың күпселеге артабан уңышлы эшкә урынлаша.

Колледж студенттары предприятиеларҙа ҡулланылған заманса техника менән эш итә, өҫтәүенә уларҙың оҙайлы практика үтеү мөмкинлеге бар. Ошо йәһәттән белем усағы республикала ғына түгел, Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә иҫәпләнә. Эшселәр ҡайҙа үҫә?
2014 йылда учреждение инновациялы мәғариф программаһы буйынса эш башлай. Ошонан алып уҡыу йортоноң матди-техник базаһын модернизациялау эше ҡыҙыу аҙымдар менән алға бара. Теоретик белемде тәжрибә менән нығытыу өсөн уҡыу полигондары, йыһазландырылған кабинеттар, оҫтаханалар, лабораториялар хасил була. Бер һүҙ менән әйткәндә, студенттарға үҙҙәрен һынап ҡарау өсөн уҡыу йортонда киң мөмкинлектәр бар. Улар роботтар яһай, яңы техник проекттар уйлап сығара, үҙҙәренең эштәре менән конкурстарҙа, конферен­ция­ларҙа ҡатнаша. Күптән түгел генә тау ҡорамалдары операторҙарын әҙерләү өсөн программалы виртуаль ысынбарлыҡ башлығы (шлем), виртуаль симуляторҙар һынала башланы.
Айгиз Саҙриев – II курс студенты. Программалаусы һөнәрен үҙләштерә. Башҡа уҡыу йортон һайлау уйы егеттең башына инеп тә сыҡмай, үҙ ҡалаңда шәп колледж булғанда ниңә ситкә китергә?
– Миңә компьютер менән мәшғүл булыу ныҡ оҡшай, – ти ул. – Шуға күрә ошо йүнәлеште һайланым да инде. Роботтар эшләү түңәрәгенә йөрөйөм. Йыш ҡына үҙебеҙ улар өсөн программалар яҙабыҙ. Киләсәктә ил, халыҡ-ара кимәлендәге төрлө ярыштарҙа ҡатнашҡым, тәжрибә туплағым килә. Колледжды тамамлағас, юғары уҡыу йортона барасаҡмын. Шулай уҡ бында музыка төркөмөндә шөғөлләнәм.
Студенттар төрлө конкурстарҙа, күргәҙ­мәләрҙә ихлас ҡатнашып еңеүҙәр яулай. Күптән түгел Денис Әфләтунов “Европа-Азия” төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияла I урынды алған.
Уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә тырышлыҡ күрһәткән студенттарҙың береһе – Наил Ғәләүетдинов. Ул – буласаҡ тау электр механигы, президент стипендияһына лайыҡ. Оҙаҡламай диплом яҡлау эше көтә уны. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, юғары белемгә эйә булырға хыяллана егет.
– Беҙҙең колледж студенттар өсөн ҙур мөмкинлектәр биреүе менән айырылып тора, – ти ул. – Беренсенән, бында матди-техник база бик бай, ғәмәлдәге ҡорамалдар менән уҡыған саҡта уҡ эшләй алаһың. Икенсенән, теләгең һәм тырышлығың булһа, төрлө конкурс-күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу, Рәсәй ҡалаларын күреү мөмкинлеге бар. Өсөнсөнән, уҡыуҙы тамамлағас, эш табыуы күпкә еңелерәк, тип уйлайым. Өҫтәүенә төп йүнәлештән тыш бушлай өҫтәмә электромонтер һөнәре бирелә. Йәмәғәт тормошо ла бик әүҙем – ижади кисәләр, төрлө шәхестәр менән осрашыуҙар һәм башҡа саралар даими ойошторола.





Вернуться назад