Уңып бешә икмәге!04.04.2017
Үтәктә Рәүилә менән Алик Арыҫлановтар, ауылдаштарының мәнфәғәтен ҡайғыртып, икмәк бешереүгә тотона. Йәш, әммә үҙ эштәрен асырға йөрьәт иткән булдыҡлы ғаиләгә ата-әсәләре, туғандары ярҙам итә.

Арыҫлановтар үҙ көсө менән һалып сыҡҡан ике ҡатлы, заманса биҙәлгән, бар уңайлыҡтары булған йортта йәшәй. Уның бер өлөшөндә бәләкәй икмәкхана булдырып, махсус мейес һәм ҡамыр баҫыу ҡулайламалары һатып алғандар. Уңып бешә икмәге!
Улар әҙерләгән ризыҡ бик тәмле, хуш еҫле булыуы менән айырылып тора. Тап шуға ла ауылдаштары уларҙың уңып бешкән икмәген ихлас ала. Әле бында – 50, ә йәй көнө 70-тән ашыу ҡалас етештерелә. Әпәкәйҙең айырыуса тәмле булыуының сере – ҡомалаҡ әсеткеһен ҡулланып бешереүҙә, ти уңған хужабикә. Уларға был эштә Рәзилә Ғиззәтуллина ярҙамлаша. Шунһыҙ булмай ҙа: он йүнләү, бешкән икмәкте ауыл үҙәгендәге үҙҙәренең сауҙа нөктәһенә, мәктәпкә алып барыу – барыһын да Алик Әнүәр улы башҡара. Балалары – Красноусол башҡорт гимназия-интернатында уҡып йөрөгән Айгүзәл менән Алмас – ялға ҡайтҡанда, каникул ваҡытында ҙур ярҙамсылары. Ҡыҙҙары магазинда әсәһен алмаштырһа, улдары иһә – атаһының янында.
Мал-тыуарҙы, ҡош-ҡортто ла күпләп аҫраған ғаиләлә һәр кемгә эш етерлек. Ауыл ерендә малһыҙ йәшәп булмай, ти Арыҫлановтар. Шуға ла балалары ла етеш тормоштоң әсе тир аша килеүен аңлап, ата-әсәһе кеүек маҡсатҡа ынтылыусан, тырыш, булдыҡлы булып үҫә. Әйткәндәй, Алик менән Рәүилә лә егәрле һәм маҡсатҡа ынтылыусанлыҡтары менән барыһына ла өлгәшкән ата-әсәләре – ауылдың хөрмәтле кешеләренән өлгө алып үҫкән. Рәүиләне үҙҙәре етештергән тәмле “ауылса” икмәктәре, һөт, ҡаймаҡ, эремсектәре менән гимназияла уҙған һәм район ауыл хужалығы йәрминкәләрендә осратырға тура килә.
Арыҫлановтар эшмәкәрлеген киңәйтеү уйы менән йәшәй. Үтәк ауылы үҙәгендә ҡуртымға ер участкаһы алып, икмәк бешереү цехы төҙөй башларға, ассортиментты ла байытырға ниәтләйҙәр.



Вернуться назад