Ҡуй-һарығы, ҡуҙрап, көтөү-көтөү йөрөр ер...15.03.2017
Ҡуй-һарығы, ҡуҙрап, көтөү-көтөү йөрөр ер... Ҡобайырҙа һөйләнелгән “Ҡуй-һарығы, ҡуҙрап, көтөү-көтөү йөрөр ер, ятып ҡалған бер бәрәс йөҙ ҡуй булып үҫер ер”ҙәрҙең бөгөн дә осрауына шаһит булдым. Ундай төбәк ҡайҙа һуң, тип һорағандарға яуап бирәм: “Әбйәлилдә, Тал Ҡусҡары ауылында!” Ышанаһығыҙмы-юҡмы, был төбәктә һарыҡсылыҡ тармағын тергеҙеүселәр күп. Иҙәш Ҡусҡарында Фәрит Шәриповтың ҡуйҙары әле лә тау башында көтөү-көтөү булып йөрөһә, Тал Ҡусҡарында Айҙар Мамлеевтың нәҫелле һарыҡтары өйөр-өйөр булып йылы аҙбарҙа тора.
Атай-олатайҙарыбыҙҙың элекке шөғөлөнә йөҙ борғандар араһында йәштәрҙең булыуы бигерәк тә ҡыуаныслы. Улар эш юҡ тип күптәр кеүек ситкә китмәй, тыуған ауылында төпләнеп, үҙ эшен аса. Бигерәк тә һарыҡсылыҡты үҫтереү буйынса дәүләт программаларының уңышлы тормошҡа ашырылыуы һөйөндөрә, был тармаҡтың киләсәгенә өмөтләндерә.
Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлаған Айҙар Иосиф улы Мамлеев хеҙмәт юлын “Заветы Ильича” колхозында инженер булып башлай. Илдәге үҙгәрештәрҙе йәш белгескә үҙ елкәһендә татырға тура килә: 90-сы йылдарҙа үҫемлекселек буйынса фермер булараҡ эш аса, артабан умартасылыҡта үҙ көсөн һынап ҡарай. Барыһы ла яҡшы бар­ған кеүек тойолһа ла, был тармаҡтар нисектер Айҙар Мамлеевтың күңеле­нә ятмай. Бер һыйырын һатып, уның аҡсаһына дүрт һарыҡ алып ҡайтып, һарыҡсылыҡ буйынса үҙ эшен асырға була. Ауылдың бер яғында ҙур яңы йорт ултырта, иркен урамда аҙбар, ялан кәртә эшләй. Бер йылда һатып алынған дүрт һарыҡ һигеҙгә етә, артабан йәнә арта. 70 башҡа еткәнсе үрсетә, бәрәстәрен яҡшылап ҡарай, бәрәндәрен айыра.
Крәҫтиән (фермер) хужалығы булдырып, һарыҡсылыҡ тармағы буйынса махсуслаша. 2013 йылда “Яңы эш башлаған фермер” дәүләт программаһында ҡатнашып, 1 миллион 500 һумлыҡ грант алыуға өлгәшә. Был суммаға Силәбе өлкә­һенән 90 баш ҡуй һарыҡтары һәм “МТЗ-82” тракторы һатып ала. Бөгөн уңған эшҡыуарҙың йылы аҙбарында һарыҡтар рәхәтләнеп көйшәй. Йәш бәрәндәр өсөн ялан кәртәлә урын ҡалдырылһа, бәрәсләгән һарыҡтар айырым утлыҡта тотола. Ә инде буласаҡ “әсәйҙәргә” махсус тораҡ эшләнгән. “Роддом” тип аталған урын йылытыла, һәр һарыҡ өсөн айырым кәртә бүленгән, бәрәстәре эргәһендә ята. Бер нисә көн бында торғас, икенсе урынға күсереләләр. Һуңыраҡ бәрәсләргә тейешле ҡуй һарыҡтары тәкәләр янында йөрөй. Әйткәндәй, ике тәкә һатып алынған.
– Һарыҡсылыҡ – табышлы тармаҡ, әммә мәшәҡәтле эш. Иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем уларҙы көтөүҙән бушап булмай, етмәһә, ҡышҡа мал аҙығы әҙерләү ҙә талап ителә. Быйыл 100 тоннанан ашыу бесән әҙерләнем, тоҡомло һарыҡ үрсетәм тиһәң, уның ашау рационын даими күҙәтеп барырға кәрәк. Улар беҙҙең сенаж, фураж кеүек ҡышҡы аҙыҡты әллә ни үҙһенмәй, бесәндең бер нисә төрөн ашатам. Һолоно арпа менән ҡат­наштырып бирергә кәрәк, һаламды ла һирәкләп кенә ташлайым. Күбеһенсә берәр бәрәс алам, шуға күрә улар сос, таҙа булып ҡыш сыға. Малды яратыу кәрәк, һәр береһенең үҙ нескәлектәре етерлек, яҡшылап ҡарағанда ғына табыш килтерә, – ти Айҙар Иосиф улы.
Табыш тигәндәй, эшҡыуарҙың хәләл һимеҙ ҡуй һарыҡтарын йыл һайын Өфө мәсеттәренән диндарҙар Ҡорбан байрамына үҙҙәре килеп ала. Һораусыларға тереләй ҙә, итләтә лә бирә эшҡыуар. Бер һарыҡ хаҡы йәшенә ҡарап дүрт мең һумдан башланһа, бер килограмм һарыҡ ите яҡынса 250 һумдан һатыла.
Күңелен өйкәгән проблемалары ла юҡ түгел геройымдың. Бигерәк тә һарыҡ тиреһе һәм йөнөнә ихтыяж булмауы борсой уны. Йөнөн алыу­сылар килограмына алтышар һумдан бирһә, һәр һарыҡты ҡырҡтырыу өсөн эшҡыуар 100-әр һум түләй. Йөндөң хаҡы үҙ-үҙен ҡапламай. Шулай уҡ тирене алыусы ла юҡ, уны яндырырға мәжбүр булабыҙ, ти ул. Әммә ҡуй бар урында электән төшөм булыуын онотмайыҡ әле. Юҡҡа ғына бо­ронғолар ҙа кешенең хәлле булыуын уның кәртәһендәге ҡуйҙары һаны менән баһаламаған бит?! Ул яҡтан иҫәпләгәндә Айҙар Мамлеев – ра­йо­н­да иң бай кешеләрҙең береһе, сөнки уның кәртәһендә бөгөн 160-ҡа яҡын һарыҡ иҫәпләнә.
– Ни өсөндөр бер яҡтан ярҙам ҡулы һуҙһалар, икенсе яҡтан нисек тә фермерҙы таларға, эшләгән, юҡты бар иткән кешегә яһалма кәртәләр ҡуйырға маташалар. Дөрөҫөрәге, ҡағыҙ эшенең артыуы аптырата. Тәүҙәрәк кварталға бер тапҡыр Пенсия фондына һәм һалым ойошмаларына отчет тапшырырға тура килһә, хәҙер ай һайын бер үк нәмәне таптыралар. Электрон вариантта бер отчет 300 һумға төшә, йылына был хаҡ 40 мең һумға барып етә. Уйлап ҡараһаң, һәр нәмә көндән-көн ҡиммәтләнә, яғыулыҡҡа ла миҙгел һайын хаҡ арта. Төрлө министр­лыҡтар, ойошмалар бер туҡтауһыҙ отчет таптыра, ҡайһы ваҡыт эшләргә лә ваҡыт ҡалмай, йә иһә отчетың ебәрелмәй ҡала. Беҙ хәҙер “ҡағыҙ ҡортона” әүерелә башланыҡ. Шулай уҡ ва­ҡытлыса көтөүсе табып булмауы йылдан-йыл ҙур проблемаға әйләнә бара. Ауыл кешеһе өйөндә буш ятһа ята, әммә көтөүсе булырға теләмәй. Ваҡытында эш хаҡы түләнгән, бесәне әҙерләнгән, көҙөн фуражы бирелгән урындан баш тартыусыларға аптырарһың, – ти эшҡыуар.
Ҡатыны Йәмилә Зәки ҡыҙы, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләүенә ҡарамаҫтан, иренә бар яҡлап терәк һәм ярҙамсы. Ҡыҙҙары Нәркәс юғары уҡыу йортон тамамлап, Өфөлә иҡтисадсы булып эшләй, улдары Айнур – студент. Каникул ваҡытында егет атаһына ярҙамлаша, һарыҡтарҙы ҡарай.
– Бөтә кешегә лә эшҡыуар булырға тимәгән, ауыл ерендә шәхси ихатала күпләп мал тотоп, ҡош-ҡорт аҫрап та етеш йәшәргә була. Ситкә йөрөп эшләгәнсе, тыуған ереңдә тырыш­ҡанда, күпкә отошлораҡ. Мин шулай уҡ һарыҡсылыҡ менән генә сикләнеп ултырмайым, диләнкә алып, утын әҙерләп халыҡҡа һатам, яҙын тракторым менән ер һөрөргә сығам. Шуның аҡсаһына етерлек яғыулыҡ алам. Шулай тырышҡанда ғына мул, етеш, матур йәшәргә була, – тип йыл­мая райондың иң уңған эшҡыуар­ҙарының береһе Айҙар Мамлеев.



Вернуться назад