“Һуҡа бабай” ысулы иҫкерҙе15.03.2017
“Һуҡа бабай” ысулы иҫкерҙе Өфөлә Агросәнәғәт форумы һәм “Агрокомплекс-2017” XXVII халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмә асылды
“ВДНХ-Экспо” күргәҙмәләр майҙансығы ихатаһынан уҡ уның экспозицияларға бай булыуы күҙгә ташлана. Рәсәйҙә генә түгел, донъяның төрлө илдәрендә етештерелгән ҡеүәтле техника, һөтсөлөк фермалары өсөн заманса ҡорамалдар, эшкәртеү предприятиелары өсөн уңайлы йыһаздар...

Сараны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов асып, уның бөгөн ил алдында торған мөһим бурысты тормошҡа ашырыуҙағы әһәмиәте хаҡында һөйләне.
– Бында өлгәшкән уңыштары­быҙҙы күрһәтергә генә түгел, ә тәжрибә уртаҡлашырға, бер-бере­беҙҙе өйрә­тергә тейешбеҙ. Тап шуға ла был – беҙҙең өсөн ҙур байрам. Ул ил етәк­селеге ҡуйған бурысты үтәргә һәм Рәсәй агросәнәғәтенең артабанғы үҫешенә өлгәшеү өсөн ҙур мөмкин­лек бирәсәк, – тине Ирек Радил улы.
“Һуҡа бабай” ысулы иҫкерҙеҺуңынан ҡунаҡтар күргәҙмә залы менән танышты. Нидерланд, Ҡытай, Германия, Франция, Италия, Англиянан һәм башҡа илдәрҙән, Рәсәйҙең утыҙҙан ашыу төбәгенән килгән вәкилдәр үҙҙәренең тауар­ҙары менән таныштырҙы. Иҡти­садтың һәр тармағы бер-береһе менән тығыҙ бәйле шул. Ауыл хужалығын үҫтерәйек тиһәк, заманса техника, сифатлы орлоҡ, ашлама етештереү мөһим. Һөҙөмтәлә улар бер-береһенең үҫешенә, өҫтәмә эш урындары булдырыуға етди этәргес бирә. Күргәҙмәләге ауыл хужалығы техникаһы, малсылыҡ, ветеринария, үҫемлекселек, туҡланыу аҙығы, эшкәртеү ҡорамалдары ошо хаҡта һөйләй ине. Йәнә унда ҡатнашыу­сылар инвестиция, лизинг буйынса файҙалы мәғлүмәт алды.
Быйыл тәү тапҡыр Ростов өлкәһе, Краснодар, Ставрополь крайы, Адыгей Республикаһы вәкилдәре үҙҙәре етештергән тауарҙарҙы алып килгәйне.
Сара республиканың агросәнәғәт етештереүселәренең ҡеүәтен һәм мөмкинлеген күрһәтә алған. “Башсельхозтехника”, “Агриматко”, “Баштехника” һәм башҡа күп ойошма­ларҙың экспозицияһы ҙур майҙанды биләй.
Бөгөн аграр тармаҡта эшләр өсөн белемле эшсәндәр кәрәк. Аксен ауыл хужалығы техникумы ойошторған күргәҙмә янында башлыса йәштәр йыйылғайны. Был уҡыу йортонда умартасы, тракторсы, шофер, агроном, иҡтисад белгесе, ауыл хужалы­ғы продукттарын эшкәртеүсе кеүек тиҫтәләгән һөнәрҙе үҙләштерергә мөмкин.
Әйткәндәй, ер һөрөүселәрҙең VI Рәсәй чемпионаты быйыл Башҡорт­останда үтәсәк. Ошо мөһим сараға арнап та күргәҙмә ойошторолғайны, ярышта файҙаланыласаҡ трактор, тағылма агрегаттар экспозицияға ҡуйылғайны.
Бында баҡсасыларға орлоҡ һатып алырға, кәрәк икән, теге йәки был ойошмалар менән килешеү ҙә тө­ҙөр­гә мөмкин. Сара дүрт көн буйы дауам итәсәк. Унда алдынғы предприятиелар, дәүләт етәкселәре, белгестәр, ғалимдар ҡатнашлығын­да һөҙөмтәле “түңәрәк өҫтәл”дәр, конференциялар, семи­нарҙар ойошторола.


Вернуться назад