Нефть, нефть, нефть...14.03.2017
Хәҙерге заманда “нефть” һәм “донъя иҡтисады” тигән һүҙҙәр бер үк мәғәнәлә әйтелә. Углеводород сеймалы мул булған дәүләттәр сит илдәргә, нигеҙҙә, шул продукцияны ғына һата. Рәсәйҙең дә, Башҡортостандың да экспорт күләмен, нигеҙҙә, нефть һәм газ тәшкил итеүе һәр кемгә мәғлүм. “Нефть энәһе”н иҡтисад өсөн наркотик тип атауҙары дөрөҫмө? Был сеймал ятҡылыҡтары эшкәртелеп бөтһә, ни ҡылырбыҙ? Башҡортостандың киләсәк үҫеше нефть менән һәм унһыҙ нисек күҙаллана?
Бөгөн яғыулыҡһыҙ бер ҡайҙа ла бер нәмә лә эшләп булмай һәм нефттең иҡтисадҡа нигеҙ булыуы шуның менән аңлатыла ла. Предприятиеға төрлө сеймал һәм материалдар ташыуҙан, ундағы ҡорамалдарҙы эшләтеү өсөн электр энергияһы етештереүҙән, биналарын яҡтыртыу һәм йылытыуҙан алып әҙер тауарҙы кибеттәргә ташыуға саҡлы һәр этапта яғыулыҡ ҡулланырға тура килә. Тимәк, яғыулыҡ хаҡының күтәрелеүе барлыҡ тауар һәм хеҙмәттәрҙең дә үҙенән-үҙе ҡиммәтләнеүенә килтерә. Бына ни өсөн бөтә донъя нефть биржаһындағы курстың ни саҡлы булыуын даими күҙәтә. Яғыулыҡтан тыш нефть химияһы тармаҡтарында ла (дарыу, косметика, полимер әйберҙәр, синтетик туҡыма, медицина ҡорамалдары, минераль ашлама һәм башҡалар) углеводород сеймалының төп матди сығанаҡ булыуын иҫәпкә алһаҡ, “ҡара алтын”дың бөгөнгө замандың төп таянысы икәнлеге нығыраҡ аңлашыла төшөр.
Бөгөн донъяла тәүлегенә 100 миллион баррелдән ашыу (бер баррель тоннаның етенән бер өлөшөн тәшкил итә) нефть сығарыла. Тәбиғи, һәр ил үҙ ятҡылыҡтарын йылдамыраҡ эшкәртергә, донъя баҙарына күберәк нефть сығарырға ынтыла, ләкин, иҡтисади закондарға ярашлы, конкуренцияның көсәйеүе хаҡтарҙың төшөүенә килтерә. Һөҙөмтәлә был дәүләттәрҙең ҡаҙнаһы ла ҙур зыян күрә. Шуға күрә нефть сығарған илдәрҙең күпселеге ОПЕК ойошмаһына берләшкән, улар ошо сеймалдың 62 процентын үҙ ҡулында тота һәм уның артыҡ күп сығарылыуына юл ҡуймай. Былтыр ноябрь аҙағында, мәҫәлән, улар был етештереүҙе 3,5 процентҡа кәметергә һүҙ ҡуйышҡайны. Бер ай үтеүгә был ойошмаға инмәгән, ләкин нефть сығарған тағы ла 11 ил (шул иҫәптән Рәсәй), Веналағы эшлекле осрашыуға йыйылып, ошо уҡ күрһәткескә риза булыуҙары тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Тимәк, нефть – ул бер юлы сәйәсәт тә.
Башҡортостан тиҫтәләрсә йыл нефть республикаһы булыуы менән ғорурланып йәшәне, республикабыҙҙың илдәге социаль-иҡтисади яҡтан алдынғы төбәктәрҙең береһе булыуын да, нигеҙҙә, шул тәьмин итте. Ә бөгөн был тармаҡтың хәле һәм беҙҙең төбәктең үҫешенә йоғонтоһо тураһында нимә әйтергә мөмкин?
Былтыр көҙ беҙ “Башнефть” йәмғиәтен контролдә тотоусы акционерҙың дүртенсе тапҡыр алмашыныуына шаһит булдыҡ: уның дәүләт ҡарамағында булған 50,08 процент акцияларын 329,7 миллиард һумға “Роснефть” һатып алды. Ни өсөн ошо компания икәне билдәле – иң ҙур хаҡты ул тәҡдим итте. “Башнефть” акцияларының 25 процентын Башҡортостан Хөкүмәте үҙ ҡулында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин белдереүенсә, республика етәкселеге быға саҡлы ла акциялар пакетына идара итеүгә йоғонтоно һаҡлап ҡалыуҙы һораған һәм хәҙер уның үтенесе ҡәнәғәтләндерелгән.
Ниңә икәне аңлашылалыр, был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов уҙған йылдың башында уҡ ТАСС агентлығына биргән интервьюһында асыҡ итеп әйткәйне: “Беҙ ошо пакеттың республика Хөкүмәте ҡарамағындағы өлөшөн һатырға йыйынмайбыҙ һәм был турала һөйләшеү ҙә алып бармайбыҙ. Быға иҡтисади сәбәптәр арҡаһында юл ҡуя алмайбыҙ. Тап шул пакетыбыҙ ярҙамында дивидендтар алабыҙ, “Башнефть” компанияһының хәйриә эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә байтаҡ проекттарҙы, шул иҫәптән спорт сараларын, тормошҡа ашырабыҙ. Әгәр ҙә ошо килем сығанағы юҡҡа сыҡһа, былар барыһы ла “түңкәреләсәк”. Тимәк, был пакеттың Башҡортостанға ҡалдырылыуы республика өсөн иҡтисади яҡтан отошло.
– “Башнефть” ул беҙҙең өсөн генә ғәйәт ҙур компания булып күренә, ғәмәлдә ул әллә ни ҙур предприятие түгел, – тине Рөстәм Зәки улы үҙенең бер сығышында. – “Роснефть” кеүек бәһлеүән менән бергә үҫеү уны күләм һәм сифат яғынан яҡшыраҡ күрһәткестәргә алып киләсәк.