Йүгәнен сылтыратҡан, ти, егет, уға бер тай әйләнеп ҡараған…14.03.2017
Йүгәнен сылтыратҡан, ти, егет, уға бер тай әйләнеп ҡараған…Бынан бер нисә йыл элек бер баш бейәнән башлап ебәрә улар эштәрен. Маҡсаттары – үҙҙәре йәшәгән төбәктә онотола барған кәсеп – йылҡысылыҡты тергеҙеү. Бөгөн тырыштарҙың эшмәкәрлеген Башҡортостандың төньяғында тормошҡа ашырылған уңышлы проекттарҙың береһе тип билдәләргә мөмкин.
Ауыл йәме – ат менән. Тәтешле районының Бәҙрәш ауылына йән һәм йәм ингән, тип әйтә алабыҙ. Унда хәҙер ат бышҡырған, ҡолон сырҡыраған тауыштар яңғырай. Бигерәк тә йәй көндәрендә өйөрҙәр­ҙең тибендә йөрөүе – үҙе бер хозур күренеш. Рәйсә менән Илмират Балағутдиновтарҙың крәҫтиән (фермер) хужалығының йылҡыһы улар.
Йәш ғаилә кәңәшләшеп крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп ебәрә. Республиканың Бөрйән, Мишкә райондарынан, шулай уҡ Пермь крайының Ҡуяҙы ат заводынан тәүге бейәләр һәм бер нисә айғыр һатып алалар. Бер баш бейә һәм “Эфиоп” ҡушаматлы тоҡом айғырынан башланған хужалыҡта әле бер нисә өйөр иҫәпләнә.
Хужалар тоҡомсолоҡ эшен яйға һалмаҡсы. Был йәһәттән улар төрлө тоҡом аттарын үрсетеүҙе күҙ уңында тота. Бөгөн тоҡомло йөк аттары, рус юртаҡтарынан өйөрҙәр тупланған. Юртаҡтарҙың һәм йөк аттарының таныҡлыҡтары бар, ә бына башҡорт тоҡомло йылҡы өйөрө туплауҙа эшләргә кәрәк, ти улар. Сөнки ҡайһы бер аттарҙың сығышы билдәһеҙ, йәғни халыҡ телендә әйткәнсә, “аҙмандар”. Эштәрен яңы башлап торған фермерҙар киләсәктә таныҡлыҡтары булған башҡорт тоҡомло бейәләр һатып алыу, ҡымыҙ бешеү, йылҡы итенән халыҡ йолалары буйынса төрлө милли ризыҡтар етештереүҙе яйға һалыу ниәте менән яна. Йәғни, 1-2 йәшлек тайҙарҙы ситкә һатмайынса, үҙҙәрендә йылҡы итен етештереү шөғөлөн дә өйрәнәләр һәм үҙләштерәләр.
Заманында Бәҙрәштә күмәк ху­жалыҡта бейә һауғандар, ҡымыҙ бешкәндәр. Быйылғы йәйҙә тәү тап­ҡыр ҡымыҙ бешеп ҡарарға ниәтләй­ҙәр. Уларҙың тағы ла бер планы – быуаҙ бейә ҡанынан сыворотка яһау. Үҙ ваҡытында СССР-ҙа барлығы 35 биопунктта етештерелгән ҡан һүле хәҙерге заманда тик бер хужалыҡта ғына – Кушнаренко районында урынлашҡан “Башагроген” био­фабри­каһында етештерелә. Быуаҙ бейә ҡаны сывороткаһы малсылыҡта ҙур һорау менән ҡулланылған гонадотроп гормон препараттары – фоллимаг һәм пигулин етештереүҙә төп сырье. Ә инде бының өсөн малдың һау-сәләмәт, таҙа һәм тоҡомло булыуы төп шарт. Йылҡы тәрбиәләүҙә яңы тәжрибә туплай башлаған йәштәр шул маҡсаттарға ынтыла ла инде. Малдар даими ветеринар күҙәтеүендә.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Бала­ғутдиновтар үҙ эштәрен ойоштороуҙа тик хәләл көстәренә һәм ағай-энеләренең ярҙамына, кәңәшенә таяна. Хөкүмәт ярҙамынан тыш тауыҡ та үрсетеп булмаған заманда улар бер ҡасан да гранттар алмаған. Нефтсе һөнәренә эйә Илмират Балағутдинов тыуған ауылында төпләнгәнсе вахта менән 13 йыл Себерҙә эшләгән, бол туплаған. Дөрөҫөн әйткәндә, хәләл көсөн түгеп, буш ерҙән башлай улар. “Октябрь” колхозының емерек һыйыр фермаларын һүтәләр, ватыҡ кирбесен ауылдың батҡаҡлы урамдарына түшәйҙәр. 58 башҡа иҫәпләнгән бына тигән ат һарайы төҙөп ҡуя сәмселдәр. Унда рус юртаҡтары, йөк аттары тотола, ҡолонлар алдынан быуаҙ бейәләр индерелә. Һәр саҡ тибенлектә йөрөргә күнеккән башҡорт тоҡомло бейәләр быйыл ялан кәртәлә ҡыш сыға, сөнки ҡар ҡалын ғына.
Йылҡысылыҡтан тыш Балағутди­нов­тар халыҡҡа таҡта ярыу, мунса, йорт бурау хеҙмәттәрен дә күрһәтә. Ауылдың өлкән мохтаж кешеләренә бушлай утынын да алып ҡайтып би­рәләр. Ауылды, юлдарҙы төҙөклән­де­реүҙә, һабантуй, халыҡтың ялын ойоштороу сараларында ла ярҙам итә улар. “Һәр эштә лә ауыл билә­мәһе, шулай уҡ район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев, ауыл биләмәһе башлығы Фәнүс Балағут­диновтар менән кәңәшләшеп эш итәбеҙ”, – ти ғаилә башлығы.
Таҡта ярыу цехында һәм крәҫтиән (фермер) хужалығында улар ике тиҫтәнән ашыу кешене эш менән тәьмин иткән. Кемдер балалар, икенселәр сәләмәтлек буйынса пособиелар юллауҙа ярҙам һорап килә. Хужаларҙың бер кемде лә кире бороп сығарғаны юҡ. Таҡта ярыуҙа эшләгән өс егет хан һарайылай ағас йорттар һалып сыҡҡан. Уларҙың береһе – район үҙәге Үрге Тәтеш­лелә, икәүһе Бәҙрәштә төпләнгән. Тимәк, ауыл тарҡалмай.
Быйыл да Балағутдиновтарҙың шатлыҡ-ҡыуанысы ишле булмаҡсы. Ҡалын көрт һәм һыуыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, йылҡы фермаһында тәүге ҡолонсаҡтар тыуған да инде. Йәшәүгә ишара түгелме был?!


Вернуться назад