Усман ауылынан фермер Илдар Ҡотлоюлов Башҡортостан ауыл хужалығы институтында (хәҙер Башҡортостан дәүләт аграр университеты) уҡып йөрөгәндә үк яҙмышын ауыл менән бәйләргә ҡарар итә. Районына ҡайтып, "Путь Ленина" исемендәге колхозға агроном булып эшкә урынлаша. Ун йылға яҡын ошо хужалыҡта эшләгәндән һуң, ҡатыны Фәриҙә, туғандары менән кәңәшләшеп, Усманда йәшәргә хәл итәләр.
Ауыл осонда йорт һалып сығалар. Илдар мәктәптә географиянан һәм музыканан уҡыта. Әммә ауыл мөхитен үҙ иткән, ерһеҙ-малһыҙ тормошон күҙ алдына килтермәгән егет, 1999 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп ебәрә. Атаһы ла, бер туған ҡустылары ла ер эшен яҡшы белгәс, Илдарҙың башланғысын хуплайҙар. Тәүҙә ҡатыны менән үҙенең пай ерен берләштереп, иген сәсәләр. Тәүге осоро техника юҡлығы, тәжрибәһеҙлек, әлбиттә, бәкәлгә һуға. Фермерға "Өршәк" колхозы ла ҙур ярҙам күрһәтә, техника бирә, эштең асылына төшөндөрәләр. Тәүге йылдарҙа фермер бойҙай, шәкәр сөгөлдөрө үҫтерә. Эше яйлап юлға һалынғас, ауылдаштарын эш менән тәьмин итә. Хеҙмәттәре өсөн аҡсаһын да түләй, шәкәрен дә бирә. Һуңынан хужалыҡты алып барыу өсөн трактор, комбайн, ер эшкәртеү ҡорамалдары һатып ала.
– Ул осорҙо иҫкә төшөрһәң, күңелгә нисектер ҡыйын булып китә. Әммә ныҡыш, түҙемле булыуыбыҙ ғына эште артабан уңышлы алып барырға булышлыҡ иткәндер, моғайын, – ти Илдар Миңләсҡәт улы. – Бөгөн донъям түңәрәк, яратҡан эшем дә бар. Балаларҙың ярҙамын тойоп йәшәйбеҙ.
Кесе эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәргә аҡсалата ярҙам күрһәтеү махсус программалары тормошҡа ашырыла башлағас, бөтмөр егет банкка мөрәжәғәт итә һәм кредит алыуға өлгәшә. Яғыулыҡ-майлау материалдарына, һөткә, орлоҡ һатып алыуға республика Хөкүмәтенән субсидия алғандар. "Ил етәкселеге беҙҙең кеүектәргә, шөкөр, ярҙам ҡулы һуҙа, бөлгөнлөккә төшөргә юл ҡуймай", – ти фермер. Күләмле аҡсаны Илдар эшмәкәрлеген артабан үҫтереүгә тотона. Әле хужалығында ике йөк машинаһы, ике "Беларусь" һәм сылбырлы тракторы, комбайны, шәкәр сөгөлдөрө сәсеү һәм йыйып алыу комплексы бар. Бөгөн 310 гектар ерҙә бойҙай, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтереп, мул ғына уңыш йыйып ала. Йыйылған уңышты юғалтыуһыҙ һаҡлау өсөн келәт, техника асыҡ һауала тормаһын тип, ангар төҙөп ултырта хәстәрлекле хужа.
2008 йылдағы тырышлығы бушҡа китмәй, уға "Рәсәй Федерацияһының почетлы фермеры" тигән маҡтаулы исем бирелә.
Үҫемлекселектән тыш, Илдар Ҡотлоюлов малсылыҡҡа ла иғтибар бүлә. Хужалығында бөгөн 50-гә яҡын һыйыр малы аҫрай, шуның 25-е – һауын һыйыры. Быйыл айырым ферма төҙөргә уйлайҙар, сөнки мал һаны ишәйә, тоҡомдо ла яңыртып торалар. Умарта ла тоталар. Етештергән продукцияны Талбазы ауылына, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларына алып барып һаталар. Улар бал йәрминкәһендә лә ихлас ҡатнаша.
Бөгөн Илдар Ҡотлоюлов кейәүе Ильяс, улы Илнур менән хужалыҡ йөгөн бергә тарта. Тағы ла алты ауылдашы уның ҡулы аҫтында эшләй. Ҡатыны Фәриҙә тәмле аш-һыуы менән ҡыуандырһа, өлкән ҡыҙы Алһыу ике балаға әсә. Стәрлетамаҡ ҡалаһында Ленин исемендәге лицейҙа уҡыусы ҡыҙы Таңсулпан да ял көндәрендә ата-әсәһенә ярҙамлаша.
Самат ҒӘЛИН
Ауырғазы районы.