“Мир” халыҡҡа яҡыная07.03.2017
“Мир” халыҡҡа яҡыная Быйыл 1 июлдән бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре банктар­ҙан эш хаҡын “Мир” карта системаһы буйынса аласаҡ. Уға күсеү 2018 йылдың 1 июленә тамамланырға тейеш.
Шулай уҡ “Мир” картаһы ошо ваҡытта пенсияға сығасаҡ кешеләргә лә бирелә. Ҡалғандар уны ҡулына пенсияһын күсереүгә хоҡуҡ биргән картаһының срогы сыҡҡандан һуң аласаҡ.
Бының өсөн тейешле шарттар булдырылған. “Мир” түләү системаһында 184 банк ҡатнаша: уның 98 проценты – банкоматтар, 79-ын магазиндарҙағы түләү терминалдарында ҡабул итәсәктәр. “Был карта функцияһы һәм тарифтар буйынса конкурентлыҡҡа һис шикһеҙ һәләтле, – ти Үҙәк банк етәксеһе Эльвира Нәбиуллина. – Беҙ был системаға йәһәтерәк күсергә тейеш булһаҡ та, эш көйлө барырға һәм халыҡҡа мәшәҡәт тыуҙырмаҫҡа тейеш”.


Вернуться назад