Бер-береһенә бәйле07.03.2017
Бер-береһенә бәйле Сит илдәрҙән аҙыҡ-түлек индереүҙе тыйыу сәйәсәте иҡтисадтың ошо тармағында ғына түгел, башҡа йүнә­леш­тәрендә лә эштең йәнләнеүен күрһәтә. Был аңлашыла: барлыҡ өлкәләр ҙә бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән.
Былтыр ауыл хужалығы техникаһы етештереү 68 процентҡа артҡан. Шул иҫәптән иген йыйыу комбайны – 30, аҙыҡ йыйыу комбайны – 60, тракторҙар – 60, тағылмалы техника етештереү 37 процентҡа ишәйгән.
Әйткәндәй, белгестәр, дәүләт ярҙамының яңы алымдары ҡабул ителеү сәбәпле, йәнә ҙурыраҡ уңышҡа өмөтләнә. Бында ташламалы кредит һәм субсидиялар хаҡында һүҙ бара. Хәҙер төбәктәр был юҫыҡта аҡсаны үҙҙәре тиҙ арала бүлеп бирә ала.
Машиналар эшләү тармағы үҙ сиратында металлургия өлкәһенә лә ыңғай тәьҫир яһай. Электрон тауар етештереүҙең үҫешенә лә өмөт ҙур.


Вернуться назад