Фермерҙарға өмөт бағлап07.03.2017
Фермерҙарға өмөт бағлап Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Александр Ткачев, илдә ауыл хужалығы предприятиелары менән фермерҙар етештергән аҙыҡ-түлектең нисбәте 60 һәм 40 процент тирәһе булырға тейеш, тип белдерҙе.
Тармаҡ етәксеһе әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа баҙарҙа фер­мерҙар индергән өлөштөң арта барыуы күҙәтелә. 2016 йылғы һө­ҙөмтәләр улар етештергән дөйөм продукцияның күләме 12 про­цент тәшкил итеүен күрһәтә. Былтыр фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтар 51 процент һөт (15,5 миллион тонна) биргән. Фермерҙар йәшелсәнең – 82 (13 миллион тонна), бәрәңгенең 86 процентын (26 миллион тонна) етештергән. Хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларында һыйыр малының 55 проценты (10,5 миллион баш) тупланған.
Александр Ткачев белдереүенсә, һуңғы осорҙа фермерҙарға ярҙам саралары үҫешә. Был үҙ сиратында уларҙың эшмәкәрлеген киңерәк йәйелдерергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, аҙаҡҡы 10 йыл­да улар эшкәрткән майҙандар 40 процент тәшкил итә (42 миллион гектарға еткән). Бөгөн баҫыуҙарҙың яртыһы – улар ҡарамағында. Былтыр уҙғарылған Бөтә Рәсәй ауыл хужалығын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә 174 мең фермер хужалығы бар.


Вернуться назад