Иҫке телефондан – Олимпия миҙалы07.03.2017
Билдәле булыуынса, сираттағы Олимпия һәм Паралимпия уйындары 2020 йылда Японияның Токио ҡалаһында үтәсәк. Әле был сараға ил етәкселеге етди әҙерләнә, ә унда ҡатнашырға дәғүә иткән дәүләттәрҙең спортсылары күнекмәләрҙә көсөн һынай.
Ҙур спорт байрамына биш мең дана миҙал эшләү күҙаллана. Бының өсөн ике тонна самаһы алтын, көмөш һәм бронза талап ителәсәк. Ә уларҙы ҡайҙан алырға? Япондар япондар инде – был юлы ла үҙҙәренең ғәжәп үҙенсәлеге менән аптыратмаҡсы. Һаҡсыл халыҡ әмәлен тапҡан. Ил етәкселәре махсус компанияны эшкә ҡушып, урындағы граждандарға иҫке кеҫә телефондарын һәм башҡа кәрәкмәгән техник ҡорамалдарҙы унда эшкәртеүгә бирергә тәҡдим яһаған.
Бының өсөн апрель айында ҡайһы бер ҡала урамдарындағы электроника магазины яндарында махсус һауыттар пәйҙә буласаҡ, теләгәндәр унда үҙҙәренә кәрәкмәгән телефонын ҡалдыра ала. Власть әһелдәре ошондай 2, 4 мең йыйыу пункты ойошторасаҡ.
Шулай итеп, илдәге һәр кеше яуаплы һәм мөһим сараға үҙ өлөшөн индереү мөмкинлегенә эйә. “Был идея ғәжәп шәп”, – ти 2020 йылғы Олимпия уйындарын ойоштороу комитетының спорт директоры Кодзи Мурофуси.
Бынан тыш, ошо сара Японияға Олимпия уйындарына әҙерлеккә сығымды кәметеүгә булышлыҡ итер, тип көтөлә. Иҫке телефондарҙы утилләштереү йәнә илдә тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ла ҙур ярҙам буласаҡ.


Вернуться назад