Тешкә тейһә лә, тәмле бит!07.03.2017
Тешкә тейһә лә, тәмле бит! Шоколад, кәнфит... Бындай тәмлекәстәрҙе, баҡтиһәң, сабыйҙар ғына түгел, барлыҡ Рәсәй халҡы үҙ итә икән. Бөтә донъяла беҙҙең ил халҡы шәрбәт менән саманан тыш һыйланырға яратҡан дәүләт булараҡ билдәлелек алған. Көрсөккә тиклем йыл һайын өс миллион тонна самаһы шоколад, ондан әҙерләнгән тәмлекәс ашағанбыҙ. Был һәр кешегә 20 килограмм тап килә тигән һүҙ. Ошо сама татлыҡайҙар өсөн бөтәһе 400 миллиард һум аҡсабыҙҙы сығарып һалғанбыҙ.
Белгестәр әйтеүенсә, бөгөн арзан тәм­лекәстәр етештереү юғары техно­логияларға ни­геҙләнгән предприятие­ларға ҡарағанда ла ҙурыраҡ табыш килтерә. Быны төрлө һөҙөм­тәләр асыҡ күрһәтә. Мәҫәлән, былтыр Рәсәйҙә телевизор һатыуҙан килгән табыш көскә 125 миллиард долларға еткән, ни бары 5,5 миллион “йәшник” эйәһен тапҡан.
Шул уҡ ваҡытта иң осһоҙ шоколадтар менән сауҙа итеүҙән генә компанияларға 200 миллиард һумдан ашыу аҡса килгән. Даны сыҡҡан “Сникерс”тар илдә – 20 миллиард, киндер-сюрприз – 40 миллиард, “Аленка” – 15 миллиард, “Бабаевский” 17 миллиард һумлыҡ һатылған.
Бына шундай ғәжәп көскә эйә тәү ҡарауға әллә ни етди күренмәгән тәмлекәстәр. Әл­биттә, шоколадтың кәйефкә ыңғай йоғонто яһауы күптән билдәле. Уның менән сауҙа итеүҙең көрсөк йылдарында ла табышлы булыу сәбәбен ошолай аңлаталар.
Дөрөҫ, һуңғы осорҙа халыҡ тәм-томға ла аҡсаһын һығы­быраҡ сығара башланы. Сәбә­бе аңлашыла: эш хаҡы арт­маһа ла, аҙаҡҡы ике йылда шоколад үтә ныҡ ҡыйбатлан­ды. Донъяның какао баҙарын­дағы көрсөк тә етди үҙгәреш­тәр индерҙе. Белгестәр әйте­үенсә, 2015 йылда тәм-том хаҡы уртаса 18, былтыр тағы 10 процентҡа артҡан. Был, әл­биттә, халыҡтың кеҫәһенә ярайһы һуҡты. Һөҙөмтәлә һуң­ғы һигеҙ йылда ихтыяж тәү тапҡыр, әллә ни ныҡ бул­маһа ла, яҡынса өс процентҡа кәмегән.
Белгестәр әйтеүенсә, ха­лыҡ үҙенән-үҙе сауҙа кәштәлә­рендәге осһоҙораҡ аҙыҡтарға үрелә башлаған. Хәҙер хаҡы сағыштырмаса арзан булған ҡаплы печеньеларҙы, үлсәү­ле­ләрен күпләп алалар. Йәнә вафли, ҡаплы кәнфиттәрҙе, шоколадлы дражены бик аҙ ҡулланыу теркәлгән.
Рәсәй баҙарында тәмлекәс­тәргә ихтыяж өс процентҡа кәмене тиһәк тә, ысынында иһә уның 15 – 20 процент булыуы ихтимал. Уның ҡарауы, кондитерҙарға донъя киңле­ген­дә ғәжәп уңыш йылмайҙы. Һумдың осһоҙланыуы Рәсәй печеньеларына, кәнфиттәре­нә сит илдәргә юл асты. Былтыр ситкә бер миллиард дол­ларлыҡ (64 миллиард һумдан ашыу) кондитер изделиелары һатылған. Аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, ярты миллион тоннаға яҡын тәмлекәс оҙатҡанбыҙ.
Беҙҙең ризыҡтарҙы башлыса Ҡаҙағстан һатып ала. Икенсе урында – Ҡытай, өсөн­сөлә – Беларусь Республи­каһы. Дөйөм алғанда, Рәсәй донъяның 40 илен үҙенең кәнфите менән һыйлай.
Әйткәндәй, донъя күләмен­дә кәнфит, пирожный һатыу гәүһәр кеүек аҫылташтар менән сауҙа итеүгә ҡарағанда ла күберәк табыш килтерә. Мәҫәлән, гәүһәрҙең донъя­лағы йыл­лыҡ сауҙа әйләнеше 10 – 12 миллиард доллар тәшкил итә. Ә былтыр бары халыҡ-ара шоколад баҙары батшаһы – “Марс” корпора­цияһы 25 миллиард доллар табыш алған. “Нестле”, “Ферреро”, “Крафт Фудс” компаниялары шәрбәт иҫәбенә бер йылда 10 – 15 миллиард дол­ларға байыған. Тәм-том буйынса бөтә донъя баҙарының килеме йылына 150 миллиард доллар баһалана.
Белгестәр әйтеүенсә, әлегә беҙҙең илдә халыҡтың күпләп тәмлекәстәргә ябырылыуы көтөлмәй. Яҡын арала хаҡ­тар­ҙың төшөүенә өмөт юҡ, сөнки, ни генә тиһәк тә, им­портһыҙ мөмкин түгел. Шоколад етештереү өсөн кәрәк булған какао сеймалының донъялағы өстән бер өлөшө менән Кот-д-Ивуар тәьмин итә, бишенсе өлөшөн Индонезия бирә. Рәсәйҙең кондитер сәнәғәте йыл һайын 170 – 190 мең тонна какао борсағы һәм йәнә 800 мең тонна әҙер какао массаһы һатып ала. Әйткәндәй, һуңғы 14 йылда какао борсағын һатып алыу­ҙы – 2,5, әҙер массаны иһә туғыҙ тапҡырға арттырғанбыҙ. Күренеп тора: көрсөккә тиклем тәм-томға ихтыяж ҙур булған.
Әммә “бомба” беҙ көтмәгән ерҙә шартланы. Бер ҡараһаң, донъяла какао уңышы тото­роҡло үҫә, 2000 йылдан 1,5 тапҡырға артҡан. Шулай бу­лыуға ҡарамаҫтан, һуңғы алты йылда уға хаҡ 180 про­центҡа һикерҙе. Быға һумдың ике тапҡыр девальвацияһын өҫтәйек. Бына ни өсөн шоколад плитәһенә хаҡ аҙаҡҡы ике йыл­да уртаса 1,5 – 2 тапҡырға артҡан.
Ҡыҫҡаһы, киләсәктә лә шо­ко­ладҡа хаҡ өҫ­тә­лә барасаҡ әле. Какао менән тәьмин иткән иң ҙур компаниялар күҙал­лауынса, 2020 йылға какаоға донъялағы ихтыяж бер миллион тоннаға етәсәк, ә 2030 йылға – ике миллион тоннаға. Ғәҙәттә, бындай күҙаллауҙар­ҙы бөтә көсөнә хаҡтарҙы арттырырға тырышҡан аралашсылар тарата.
Тәмлекәстәрҙең ҡыйбатла­ныуына сәтләүек­кә хаҡ артыу ҙа “ғәйепле”. Бында эш донъя кимәлендәге хаҡта түгел, ә ситтән аҙыҡтарҙы индереүҙе сикләү сәйәсәтенә лә бәйле. Рәсәй 15 илдән йылына 50 мең тонна самаһы сәтләүек ташый. Уның 30 мең тонна­һын элек Евросоюз илдәренән алдыҡ, тағы биш меңе Американан килде. АҠШ донъяла арахисты иң күп етештергән ил булараҡ билдәле.
2013 йылдан Европанан, АҠШ-тан сәтләүек индереү сикләнде. Хәҙер беҙҙе был аҙыҡтар менән Азербайжан, Төркиә тәьмин итә. Тәүге­һенән дүрт мең тонна һатып алһаҡ, икенсе­һенән – 2,5 мең тонна. Әммә былар ғына етмәне, 2014 йылдан сәтләүек 40 процентҡа, фундук менән әстрхан сәтләүеге тағы ла нығыраҡ ҡыйбатланды.
Ә һөҙөмтәһе ниндәй? Күренеүенсә, 2017 йыл тәм-том, шәрбәт етештергән предприятиелар өсөн бигүк “татлы” булмаясаҡ. Әлбиттә, башлыса Ленинград, Владимир, Кемерово, Мәскәү һәм Белгород өлкәләрендә урынлаш­ҡан иң ҙур кондитер предприятиелары биреш­мәҫ. Ә бына төбәктәрҙәге күп заводтарға үтә ауырға төшөүе ихтимал. Хатта уларҙы эре корпорациялар йотоуы ла мөмкин. Мәҫәлән, биш фабрикаһы булған “Марс” халыҡ-ара компанияһы Рәсәйҙә һәр етенсе татлы плитәне етештерә. Швейцарияның “Нестле” компания­һының – ете, “Крафт Фудс”тың өс предприя­тие­һы тәмлекәстәр етештерә. Бынан тыш, уның Покров, Чудов ҡалаларында шоколад фабрикалары ла бар.


Вернуться назад