Етенсе ынтылыш28.02.2017
Етенсе ынтылыш Өфөләге Конгресс-холда 2030 йылға тиклем үҫеш стратегияһының (“Стратегия-2030”) өҫтөнлөклө йүнәлештәрен тикшергәндә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов был мәсьәләлә иң тәүҙә идеалис­тик ҡараштарҙан арынырға, реалист булырға саҡырҙы. Республика иҡтисады нигеҙен яҡын киләсәктә лә төбәк өсөн традицион тармаҡтар – нефть, нефть химияһы һәм химия сәнәғәттәре тәшкил итәсәк. Нәҡ ошо реаль, ныҡлы нигеҙгә таянып, перс­пективала креатив сәнәғәт төрҙәрен дә үҫтерә башлау мөмкин буласаҡ.
Дөйөм Рәсәй Федерацияһы масштабында алғанда иһә, “Стратегия-2030” проектына мөнәсәбәт бик ҡатмарлы, сөнки ул, 90-сы йылдарҙан алып иҫәпләгәндә, хәҙер инде етенсе документ буласаҡ. Ә уға тиклемге проекттар ғәмәлдә үтәлмәне, улар буйынса башҡарылған эш һөҙөмтәләре лә, финанс сығымдары ла тикшерел­мәне. Шул сәбәпле яңы документ тураһында ла күпселек күренекле иҡтисадсылар әлегә бик һаҡ фекерҙәр белдерә. Киң йәмәғәт­селек, айырыуса белгестәр уны етди ҡабул итһен өсөн тәүге проекттарҙың уңышһыҙ тамамланыуы сәбәптәрен асыҡлап күрһә­теү талап ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мөһим эш алып барылманы, бер үк хаталар яңынан ҡабатланды, шуға ла яңы “Стратегия-2030” проектын ҡабул иткәндә үткәндәрҙе иҫәпкә алмау дөрөҫ булмаҫ ине.
Владимир Путин етәкселеккә килгәс төҙөлгән тәүге проект – “Стратегия-2010” Герман Греф етәкселегендәге Стратегик тикше­ренеүҙәр үҙәге тарафынан әҙер­ләнеп, 2000 – 2010 йылдарға иҫәпләнә. Г. Греф проектта Рәсәй­ҙәге дөйөм көрсөктөң иҡтисади проблемалар менән генә сиклән­мәүен, дәүләт идаралығы система­һында ла реформа талап ите­леүен күрһәтә, әммә Хөкүмәт һәм Президент тарафынан раҫлан­ғанда документтың иң мөһим сәйәси өлөшө – дәүләт идара­лығына ҡағылышлы пункттары һәм преамбулаһы текстан алып ташлана.
“Стратегия-2010” проекты тулыһынса үтәлмәй һәм 2006 йылда уҡ яңы документ – “Стратегия-2020” проектын әҙерләүгә тотоналар. Президент В. Путин 2008 йылдың 25 ноябрендә документҡа ҡул ҡуя, һәм ул 2009 йылдың 1 ғинуарынан эшләй башлай тип иҫәпләнә. Әммә тәүге йыл уҡ уңышһыҙ тамамлана: тулайым эске продукт күләме – 8 процентҡа, сәнәғәт етештереүе күләме 10,8 процентҡа кәмей, йыллыҡ инфляция 9,4 процентҡа тиклем күтәрелә. “Стратегия-2020” проекты авторҙары – Юғары иҡтисад мәктәбе (ВШЭ) ғилми етәксеһе Евгений Ясин, ВШЭ ректоры Ярослав Кузьминов, Рәсәй халыҡ хужалығы академияһы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы (РАНХ и ГС) ректоры Владимир Мау илдәге иҡтисади проблемаларҙы Көн­байыш­тағы кеүек ҡәҙимге, заманында Карл Маркс тасуирлаған циклик (периодик) көрсөк элементы ғына тип күрһәтеп, уларҙың тәрән, оҙайлы системалы, йәғни сәйәси көрсөк күренеше булыуын инҡар итә. Был хата ҙур юғалтыуҙарға, иң мөһиме – ике тиҫтәгә яҡын йыл ваҡытты әрәм итеүгә килтерә. Иҡтисади аспекттар яғынан ҡарағанда, 90-сы йылдар, әлбиттә, иң ҙур юғалтыуҙар осоро булды. 1990 йылдың 1 сентябрендә СССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары Григорий Явлинский менән СССР Президенты Советы ағзаһы, Мәскәү университеты профессоры Станислав Шаталин СССР Президенты Михаил Горбачевҡа “500 көн” исемле реформалар программаһын тәҡдим иткәс, Президент уларға СССР Министрҙар Советы рәйесе Николай Рыжков менән СССР Фәндәр Академияһы Иҡтисад институты директоры, ҡыҫҡа ваҡыт СССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡар­ған Леонид Абалкин төҙөгән программаны ла иҫәпкә алып, яңы программа документы һәм уны башҡарыу өсөн 50-гә яҡын закон проекты әҙерләргә ҡуша. СССР тарҡалыу сәбәпле, был эш башҡарылмай ҡала.
Етәкселеккә килгән Рәсәй Федерацияһы Президенты Борис Ельцин РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Егор Гайдарға реформалар проектын әҙерләү бурысын йөкмәтә. Гайдар “шок терапияһы” ысулдарын һайлай. 1992 – 1998 йылдар дауамында барған реформалар нигеҙендә Үҙәк банк ставкаһын самаһыҙ юғары күтәреү сәнәғәт етештере­үенең кәмеүенә, бюджет дефицитына, финанс спекуляцияларына килтерә. Гайдар эксперименттары дәүере 1998 йылғы 17 август (“ҡара август”) дефолты менән тамамлана. Был ауыр көрсөк етәкселеккә килгән ветерандар, ҙур тәжрибәле премьер-министр Евгений Примаков, премьер-министр урынбаҫары Юрий Маслюков һәм Үҙәк банк рәйесе Виктор Геращенко тырышлығы менән бик ҡыҫҡа ваҡыт – ярты йыл эсендә ауыҙлыҡлана.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Стратегия-2010” һәм “Стратегия-2020” проекттары авторҙары 1990 йылдарҙағы хаталарҙы ла, ыңғай тәжрибәне лә тейешле кимәлдә иҫәпкә алмай. Мәҫәлән, бер ҙур хатаға юл ҡуйыла: деградация хәлендәге етештереү тармаҡтарына – иң тәүҙә машиналар һәм приборҙар эшләүгә һалынған финанстар һөҙөмтәле ҡулланылмау сәбәпле, ул финанс ресурстарын етештереү тармаҡтарына йүнәлтеү сикләнә. Формаль яҡтан ҡарағанда, проект авторҙары хаҡлы һымаҡ. Ысынлап та, иҡтисад менән етәкселектә өс иң мөһим йүнәлештә етди үҙгәреш – институциональ реформа, структура һәм дәүләт идаралығы реформалары үткәрмәй тороп, нефть һәм газ экспорты иҫәбенә килгән ифрат ҙур ресурстарҙы ғәмәлдә юҡҡа сыҡҡан сәнәғәт тармаҡтары предприятиеларын тергеҙеүгә һалыу ул ресурстарҙы юғалтыуға тиң булыр ине. Әммә, икенсе яҡтан, ошо һылтау менән финанстарҙы реаль етештереү тармаҡтарынан ситкә йүнәлтеү уларҙы ғәмәлдә олигархтар ҡулына тоттороп, шулай уҡ юғалтыуға юл асты.
Иҡтисадтағы институциональ һәм структура реформаларына беҙҙә һуңғы йылдарҙа ғына иғтибар итә башланылар, ә дәүләт идаралығындағы реформалар мәсьәләһе әлегәсә урап үтелә һәм улар урынына “власть вертикален” нығытыу күҙ уңында тотола. 2008 йылдың 6 – 8 июнендә Санкт-Петербургта уҙғарылған ХII Халыҡ-ара иҡтисади форумда “Стратегия-2020” проектының үтәлеше өс этапҡа бүленеп, төп маҡсаттар түбәндәгесә билдәләнгәйне:
I. Власть көрсөгөн еңеү, сәйәси һәм иҡтисади тотороҡлолоҡҡа өлгәшеү;
II. Өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙе үтәү өсөн ресурстар туплау;
III. Илдең донъялағы сәйәси һәм иҡтисади лидер ролен ҡайтарыу.
Әммә артабан I этап мәсьәлә­ләрен хәл итеү ғәмәлдә “власть вертикален” нығытыу менән сикләнде, II этап мәсьәләләре энергия ресурстары экспортынан алынған килемдәрҙе Стабилизация фондында туплауға тиңләнде, III этап мәсьәләләренең үтәлеше лә шикле: мәҫәлән, Рәсәй Федерацияһы йән башына тулайым эске продукт буйынса донъя илдәре рейтингында 48-се урынға төшкәндә, иҡтисади лидер позициялары тураһында һүҙ йөрөтөү әлегә урынһыҙҙыр.
2004 йылдың 1 ғинуарында ойошторолған Стабфонд проекты авторҙары – финанс министры Алексей Кудрин менән иҡтисади үҫеш министры Герман Греф. Тәүҙә фондҡа нефть һәм газ экспортынан килгән валюта ғына йүнәлтелде. Идея авторҙары был ҙур валюта ағымын реаль етештереү сфераһына һалыуға ҡаршы сыға һәм валютаны сит илдәр хөкүмәттәренең ҡиммәтле ҡағыҙҙарына һала. Кудрин менән Греф әҙерләгән документтарҙа ул илдәр ошо тәртиптә урынлаша: Австрия, Бельгия, Финляндия, Франция, Германия, Греция, Ирландия, Италия, Люксембург, Нидерланд, Португалия, Испания, Бөйөк Британия, Америка Ҡушма Штаттары. Оппоненттар был документтарҙы күреү менән ҙур ризаһыҙлыҡ белдерә, сөнки улар, эксперттар раҫлауынса, Халыҡ-ара валюта фонды (МВФ) күрһәтмәләре буйынса әҙерләнеп, инглиз теленән тәржемә генә, хатта күрһәтелгән илдәр исемлеге лә инглиз алфавиты тәртибендә бирелә – Греф менән Кудрин русса документтарҙағы мәғлүмәттәрҙе рус алфавитына ярашлы урынлаштырыуҙы ла кәрәк тапмай.
Оҙаҡламай Стабфонд идеяһы авторҙары икенсе бер ҙур аҡса массивына – Рәсәй пенсия фондына (ПФР) күҙ һала. 2008 йылдың 1 ғинуарында Стабфонд ике өлөшкә – Резерв һәм Милли етешлек фондтарына бүленә. Резерв фондына элеккесә нефть һәм газ экспортынан килгән валюта ебәрелһә, Милли етешлек фондына ПФР резервтары күсерелә. 2016 йылдың 1 авгусында Резерв фондында 2 триллион 560 миллиард, Милли етешлек фондында 4 триллион 842 миллиард һум туплана. 2016 йыл аҙағына Резерв фондының 75 проценты Рәсәй һумы курсы тотороҡлоғон һаҡлауға тотонолһа, ҡалған өлөшө 2017 йыл бюджеты дефицитын ҡаплауға китәсәк. Артабан Милли етешлек фондын ҡуллана башлау планлаштырыла, әммә ул фонд төҙөлгән сағында бөтөнләй тейелгеһеҙ тип иғлан ителгәйне.
ПФР резервтарында тупланған ҙур аҡса массаһының сит илдәр, нигеҙҙә, АҠШ капиталы файҙа­һына эшләүе, шул уҡ ваҡытта үҙе­беҙҙә пенсияларҙы арттырыуҙы сикләү, хатта инфляция кимәлендә индексация үткәрмәү, әлбиттә, йәмғиәттә көсөргәнешлек тыуҙыр­май ҡалмай. Күренекле финансистар, мәҫәлән, Үҙәк банктың элекке рәйесе Виктор Геращенко, Стабфонд резервтарын бер файҙаһыҙ туҙҙырыуға ҡаршы сығып, финанстарҙы иң тәүҙә кредиттарға ҡытлыҡ кисергән реаль етештереү өлкәһенә йүнәлтеү тәҡдимен күтәрә. Бының өсөн иҡтисадта, әлбиттә, тәүҙә тейешле реформаларҙы тиҙләтеү талап ителә.
Рәсәй Федерацияһында пред­приятиеларҙың рентабеллелеге бик түбән булғанда (2016 йылда уртаса рентабеллелек ни бары 8,97 процент тәшкил итте), Үҙәк банк ставкаһының 2014 йылдың 16 декабрендә 10,5 проценттан 17 процентҡа тиклем күтәрелеүе (яңыраҡ, 2017 йылдың 3 февралендә, ставка яңынан 10 процентҡа тиклем кәметелде), кредит биреүсе банктарҙың да үҙ ставкаларын күтәреүе реаль етештереү тармағы предприятиеларын финанслауҙы ауырлаштыра. (Сағыштырыу өсөн: АҠШ Федераль резерв системаһы ставкаһы – 0,5 процент, ЕС илдәрендә – 0 процент, Японияла – 0,1 процент, Англияла – 0,25 процент). Финанс министрлығы ла Үҙәк банктан аҡсаны бындай юғары ставка менән алмай һәм Резерв фондын тотоноп бөтөп килә һәм, етмәһә, Милли етешлек фондын – ғәмәлдә ПФР резервын ҡуллана башларға йыйына. Үҙәк банктың төп эш ҡоралдары – эмиссия һәм рефинанслау ставкаһы, әммә улар әлегә иҡтисадты күтәреүгә йүнәлтелмәй.
Үҙәк банк эшмәкәрлегенең йәнә бер парадоксаль аспекты ил бюджетының ғәмәлдә нефть долларҙарына ғына нигеҙләнеүенә бәйле: уға милли валюта – һумдың көсәйеүе кәрәкмәй, сөнки ул саҡта һумдарға алмашҡа күберәк долларҙар бирергә кәрәк буласаҡ. Шул сәбәпле, мәҫәлән, финанс министры Антон Силуанов 2016 йылдың 31 ғинуарында, һуңғы эш сәғәттәрендә, “ваҡытлыса бюджет ҡағиҙәһе” тәҡдим итте. Уға ярашлы, “күҙәтеүле девальвация” ҡулланып, һумдың курсын 10 процентҡа кәметеү талап ителә. Сәбәбе – бюджет, йәнәһе, 1 доллар курсын 67,5 һумға тиңләп иҫәпләнгән, ә министр Силуанов тәҡдим әҙерләгән көндә 1 доллар 60 һум тәшкил итте. Яһалма девальвация, йәнәһе, бюджетты баланслауға килтерәсәк. Рәсәй бюджеты дефициты, билдәле булыуынса, 2,75 триллион һум тәшкил итә (килем өлөшө – 13,43 триллион, сығым өлөшө – 16,18 триллион һум). Эксперттар раҫлауынса, Силуанов тәҡдим иткән яһалма девальвация, күҙәтеү аҫтынан сығып, ил иҡтисадын тамам тарҡатыуы ихтимал. Хәйер, Минфин менән Үҙәк банктың триллион долларлап юғалтыуҙарға килтергән бындай “сюрприздарына” һәм яуапһыҙлығына халыҡ һуңғы йылдарҙа өйрәнеп бөтөп килә шикелле.
Бына шундай ауыр шарттарҙа “Стратегия-2020” проекты ваҡытынан алда туҡтатыла, 2017 йылдың 1 ғинуарынан “Стратегия-2030” проектының әҙерлек этабы башлана. Проекттың төп өлөшө 2018 – 2030 йылдарға иҫәпләнеп, ике алты йыллыҡ циклға бүленә:
1. Әҙерлек этабы – 2017 йыл;
2. Беренсе алты йыллыҡ цикл – 2018 – 2024 йылдар;
3. Икенсе алты йыллыҡ цикл – 2024 – 2030 йылдар.
Яңы проект, Советтар Союзы тарҡала башлаған мәлдән алып иҫәпләгәндә, етенсе стратегик иҡтисади документ буласаҡ. Уны әҙерләү өсөн, Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Д. Медведев 2015 йылдың 21 июлендә ҡул ҡуйған ҡарарға ярашлы, Асыҡ хөкүмәт мәсьәләләре буйынса министр (“портфелһеҙ министр” статусында) Михаил Абызовҡа эшсе төркөм төҙөү йөкмәтелә. Төркөмгә Рәсәй Хөкүмәте эргәһендәге Эксперт советы вәкилдәре инә. Абызов төркөмө проекттың структураһын, йүнәлештәрен, тәьминәт ресурстарын билдәләргә тейеш. Әммә документты әҙерләү өсөн яуаплы етәкселәрҙең артабанғы сығыш­тары проекттың яҡын киләсәктә сифатлы итеп әҙерләнеүенә ҡарата шик уята.
Премьер-министр ҡарарынан һуң ярты йыл уҙғас, 2016 йылдың 18 – 20 февралендә уҙғарылған ХIII Красноярск иҡтисади форумында вице-премьер Аркадий Дворкович: “Хөкүмәт стратегик планлаштырыу менән шөғөл­ләнмәй”, – тип белдерҙе. Ә документты төҙөү бурысы үҙенә йөкмәтелгән Михаил Абызов: “Стратегия проектын әле берәү ҙә күрмәгән”, – тип делегаттарҙы ғәжәпләндерҙе. Унан бер аҙна алдараҡ, 12–14 февралдә уҙғарылған Гайдар форумында стратегик планлаштырыу өсөн яуаплы етәксе, иҡтисади үҫеш министры Алексей Улюкаев: “2030 йылға тиклем йә әмир үлә, йә ишәк, йә мин”, – тип ундай оҙайлы проекттың әлегә урынһыҙ булыуына баҫым яһағайны. Бюджет комиссияһы етәксеһе Андрей Макаров менән финанс министры Антон Силуанов та ресурстарҙың (иң тәүҙә Стабфондтың) бөтөүен иҫәпкә алырға, оҙайлы һәм күп йүнәлешле стратегия урынына 3 – 4 иң мөһим йүнәлештә тиҙ арала эшләй башларға тәҡдим итә.
Тәҡдимдәрҙең күпселеге, әүә­лерәк әйтелгәндәрҙе ҡабатлап, Үҙәк банк ставкаһын ноль про­центҡа тиклем кәметеүгә, иҡти­садта монетизация кимәлен кәмендә 100 процентҡа тиклем арттырыуға, эмиссия сәйәсәтен йомшартыуға, эш хаҡтарын, барлыҡ пенсияларҙы, социаль түләүҙәрҙе инфляция кимәлендә индексациялауға, хаҡтар сәйә­сәтен ашығыс рәүештә көйләүгә (сауҙа өҫтәмәһен закон аша 10 процент кимәлендә сикләүгә), физик шәхестәрҙең килеменә һалым­ды прогрессия шкалаһына күсе­реүгә баҫым яһай. Иң абруйлы финансистарҙың береһе иҫәп­лән­гән Виктор Геращенко фекеренсә, әгәр ошо талаптар, ниһайәт, үтәл­һә, бер-бер артлы яңы стратегик проекттар ҡабул итеү ҙә кәрәкмәҫ ине. Күрәһең, киләсәктә ул нәҡ шулай килеп сығыр ҙа, сөнки был фекергә һуңғы осорҙа байтаҡ абруйлы белгестәр ҡушыла.


Вернуться назад