“Ауыл яҙмышы – фермерҙар ҡулында” тигән фекер бөгөн ниндәйҙер кимәлдә элекке лозунгтарҙы хәтерләтеп ҡуйғандай. Хәйер, һүҙҙең дөрөҫлөгөн берәү ҙә инҡар итмәҫ. Ысынлап та, ауылда фермерҙар бар икән, тимәк, ул йәшәйәсәк. Бөгөн тап улар төпкөлдөң яҙмышын хәл итә, киләсәген билдәләй. Ҡасандыр гөрләп торған Мерәҫ ауылының яҙмышы ла маҡтанырлыҡ түгел: мәктәп башланғыс белем биреүгә генә ҡайтып ҡалған, “Таналыҡ” колхозының гөрләп торған осорон сағылдырған ферма биналары һерәйеп ултыра. Ярай әле, уныһын да башҡа яҡтарҙағы кеүек емереп бөтмәгәндәр, һаҡлап алып ҡалғандар. Бөгөн ошо емерек биналарға ҡайтанан ҡот ҡайтарыусылар, уларға йән керетеүселәр табыла.
Шундайҙарҙың береһе – Мерәҫ ауылынан Ғиззәт Ямантаев. Данлыҡлы механизатор, фиҙакәр хеҙмәте өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнгән Ғәбит Ғәббәс улының берҙән-бер улы Ғиззәт тә бала саҡтан ер эшен яратып үҫә, техника менән ҡыҙыҡһына. Ергә булған һөйөүе уны “Йылайыр” совхоз-техникумының агрономия бүлегенә алып килә. Уҡыған сағында уҡ тырыш егет каникул ваҡытында атаһы янына комбайнсы ярҙамсыһы булып эшкә сыға.
Ҡулына диплом алғас, Ғиззәт Ямантаев Ватан алдындағы изге бурысын үтәргә китә. Артабан атаһының хеҙмәтен дауам итеп, туған колхозында эшкә ҡала. Башта агроном-орлоҡсо була, артабан баҫыусылыҡ буйынса тир түгә. Хужалыҡтың баш агрономы булып та эшләп ала йәш белгес. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, колхоз-совхоздарҙың тарҡалыу еле данлыҡлы “Таналыҡ” колхозын да урап үтмәй.
Колхоз тарҡалғас, Ғиззәт Ғәбит улы “Урал аръяғы-Агро” МТС-ының Баймаҡ филиалында эшен дауам итә, әммә күңеленә һәр саҡ бер уй тынғылыҡ бирмәй. Йылдар дауамында туплаған тәжрибә, атаһы өйрәткән эш алымдары үҙенең предприятиеһын асырға ваҡыт еткәнлеген иҫкәртә. Төрлөсә уйлап ҡарағандан һуң, ул малсылыҡ тармағы буйынса крәҫтиән (фермер) хужалығын булдырырға ҡарар итә. Яңы эш башлау өсөн шәхси хужалыҡта булған ете баш һыйыр малы, “Т-25” тракторы, “Нива” комбайны, тағылмалы “ЖВП-6” урғысы, тырма, сапҡыс һәм “ГАЗ-53” автомашинаһы ярап ҡала. 2015 йылда “Эш башлаусы фермер” программаһында ҡатнашып, 1 миллион 350 мең һумлыҡ грант яулай. Был субсидияға райондың “Алғаҙы” хужалығынан 31 баш башмаҡ һәм бәләкәй пресс-йыйғыс һатып ала. Бөгөн фермерҙың мал һаны 50-нән ашҡан. Мал ҡараусы Илфат Сөләймәнов менән һауынсы Зәкирә Ғазинаға эш урындары булдырылған. Элекке буш торған бинаны ҡуртымға алып, унда ремонт эштәре башҡарғандар. Фермаға яҡтылыҡ төшөрөүҙә проблемалар осраһа ла, уны эшҡыуар үҙенсә хәл иткән. Бөгөн бинаны һатып алырға иҫәбе бар, әле документтар туплай.
Ҡыш осоронда һәр һыйырҙан етешәр литр самаһы һөт һауыла, уны ҡатыны Миңлегөл Рәйес ҡыҙы үҙе айыртып, май-ҡаймағын әҙерләй, эремсек яһай. Аҙна һайын ғаилә Сибай баҙарына һөт продукцияһын һатырға йөрөй. “Ни өсөн тап Сибай, ә Баймаҡта һатып алыусылар юҡмы?” тигән һорауға: “Һәр ерҙә һәр кемдең үҙ һатып алыусылары, баҙарҙа ла конкуренция көслө”, – тип йылмайҙы ғаилә башлығы.
– Һөттөң хаҡы бик түбән, Мәләүез һөт комбинаты беҙҙән литрын 16 һум менән ҡабул итә, баҙарҙа мин уны 40 һумға һатам. Үҙебеҙҙә етештерелгән һөт продукцияһының хаҡы ҡайһы осраҡта уның өсөн түгелгән сығымды ла ҡапламай. Шуға күрә артабан мал һанын 100 башҡа тиклем еткереүҙе күҙ уңында тотоп, тик ит йүнәлешендә махсуслашырға уйлайым. Итләтә һатыу күпкә табышлыраҡ, – ти Ғиззәт Ямантаев.
Бәғзе бер эшҡыуарҙар өсөн һөт етештереү табышлы булһа, ҡураһында аҙыраҡ һыйыр малы булғандар өсөн ит көйөнсә һатыу отошлораҡ күренә. Нисек кенә булмаһын, “ҡулы ҡыбырлағандың ауыҙы ла шапылдай” тигән әйтемде онотмайыҡ әле.
Йүнсел хужа тормош иптәше менән бер ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләй. Алтынай Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһының Х класында белем ала, улы Сафуан Баймаҡ лицей-интернатында уҡый. Аҙна һайын ҡайтып, атаһына йорт эштәрендә ярҙамлаша, шәхси ихатала торған таналарҙы тәрбиәләй, һарыҡтарҙы ашата. Тыуған ерендә ышаныслы баҫып торған ауылының киләсәген ҡайғыртҡан Ғиззәт Ямантаев кеүек йүнселдәр һәр ауылда булһын ине, тигән уйҙар менән ҡайттым был сәфәрҙән.