Һуңғы ваҡытта Баймаҡ районында крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендә малсылыҡ фермаларын үҫтереү маҡсатлы программаһы уңышлы эшләй. Агросәнәғәт комплексы төбәктең иҡтисадын нығытыуҙа өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала. Ишмырҙа ауылындағы “Радик Рәсүлев” хужалығы – районда тотороҡло эшләп килгән, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкәндәрҙең береһе.Төрлө хужалар йыш алмашынған “Байҡара” йәмғиәте бөлгөнлөккә төшөп, мал һаны кәмей башлағас, район етәкселеге тармаҡты һаҡлап ҡалыу маҡсатында Төркмән ауылында йәшәгән өмөтлө йәш фермер Радик Ғәйнислам улын эшкә саҡыра. Йәш етәксегә тарҡала башлаған хужалыҡты тергеҙеү еңелдән булмай, әммә үҙенең тырышлығы менән бар ауырлыҡтарҙы еңеп сыға. Эшен үҙ бурысына яуаплы ҡараған эшсәндәр туплауҙан башлай һәм отолмай.
Бөгөн унда туғыҙ кеше тир түгә, яҙғы сәсеү һәм уңыш осоронда өҫтәмә рәүештә эшсе көс йәлеп ителә. Районда тәүгеләрҙән булып Радик Рәсүлевтең хужалығы эш хаҡын банк картаһына күсерә. “Күңелде иң әрнеткәне – йәштәрҙең эшкә килмәүе. Ата-әсәһенең елкәһендә ятһа-яталар, әммә фермаға эшкә сығыуҙы ниндәйҙер бер кәмселек кеүек ҡабул итәләр. Эш шарттары көндән-көн яҡшыра, хеҙмәт хаҡы күтәрелә, әммә теләүселәр юҡ”, – ти хужалыҡ етәксеһе.
Беҙ барғанда фермала эш ҡайнай ине: һыйырҙар ялан кәртәлә көйшәй, яңы тыуған быҙауҡайҙар йылы ҡурала рәхәтләнеп мөңрәшә. Йыл башынан утыҙҙан ашыу быҙау алынған. “Тиҙҙән уларҙың һаны ике тапҡырға артасаҡ”, – ти бригадир Айнур Вәлишин.
– Мал ҡышлатыу яҡшы бара, мал аҙығы етерлек тупланды. 350 тонна бесән, 1 мең 300 тонна силос менән сенаж әҙерләгәйнек, әле шуларҙы кинәнеп ашатабыҙ. Бөтәһе 300 баштан ашыу һыйыр малы иҫәпләнә, көнөнә 800-900-әр литр һөт һауабыҙ, йәйгеһен был күрһәткес 1 мең 300-гә барып етә. 40-тан ашыу йылҡыбыҙ тибенлектә йөрөй, – ти Айнур Азамат улы. Хужалыҡтың һөтө Мәләүез һөт комбинатына оҙатыла, уны көн һайын үҙҙәре килеп ала.
Республикала малсылыҡ тармағын үҫтереү буйынса дәүләт программалары уңышлы эшләй. Улар буйынса малсылыҡ продукцияһы етештереүселәргә ферма ҡураларын, уларҙың ҡорамалдарын заманса яңыртыуға, тоҡомло мал алыуға ҡаҙнанан аҡса бүленә. Радик Ғәйнислам улы фекеренсә, был программаларҙың барыһы ла ауыл ерендә йәшәгәндәр өсөн уйланылып бөтмәгән. Дәүләт ярҙамын алыу өсөн бихисап документ йыйыу, уларҙы туплап та, артабан үткәрмәүҙәре эш башлаусы күптәрҙең күңелен төшөрә.
– Бөгөн ауылда ҡайҙандыр килгән сит берәүҙең эшләмәүе көн кеүек асыҡ, ошо ерҙә төпләнгәндәрҙең ҡулынан һәм хәленән килгән программалар ҡабул иткәндә, күпкә отошлораҡ буласаҡ. Ауыл халҡы элек-электән мал көтөүгә күнеккән, бөгөн унан табыш алыу юлын ныҡлап өйрәнеү мотлаҡ. Әйткәндәй, үҙебеҙ етештергән продукцияны тейешле хаҡҡа ҡабул итеү йәки һатып алыу буйынса ла республикала ярҙам итерлек программалар эшләү – заман талабы. Шунһыҙ ниндәй генә субсидиялар бүленһә лә, ниндәй генә ярҙам булһа ла, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары алға китә алмаясаҡ, – ти йәш фермер.
Радик Рәсүлевтең пландарына килгәндә, улар аныҡ һәм маҡсатҡа ярашлы – киләсәктә мал һанын арттырыу, ферманы тулыһынса заманса ҡорамал менән йыһазландырыу, мал ҡураларын ремонтлау, хужалыҡты районда иң яҡшы һөт-тауар фермаһына әйләндереү. Шулай уҡ игенселек йүнәлешендә лә маҡсатлы эш алып барыу шарт. Үткән йыл ишмырҙалар районда тәүгеләрҙән булып Алтай крайынан көнбағыштың “белоснежный” сортын һатып алып сәскән һәм ярайһы уҡ уңыш алған. Файҙалы компоненттары буйынса кукуруздан бер ҙә ҡалышмаған был үҙенсәлекле үҫемлекте быйыл күберәк сәсергә хыяллана хужалыҡ етәксеһе