Ҡулы оҫта, күңеле матур21.02.2017
Таныштарым бихисап, улар менән тығыҙ аралашып ғүмер итәбеҙ. Улай ғына ла түгел, һәр йәһәттән ярҙам итешеп торабыҙ. Һүҙем – Солтанғол Фәхрәзиев тураһында.
Егет хәрби бурысын үтәгәс, Башҡортостанға килеп төпләнә. Дөрөҫөрәге, Ҡариҙел районының урман хужалығында ботаҡ сабыусы булып эшкә урынлаша. Яңы Муллаҡайға күсенеп килеп, тағы урман хужалығында ағас ҡырҡа, һал ағыҙа. Ағас эшкәртеүҙең бик ауыр хеҙмәт икәнен үҙ елкәһендә татығандан һуң алты йыл кешегә ялланып төрлө эш башҡара, дүрт йыл Яңы Муллаҡай йүнселен байыта.
Шунан: “Етте, кемгәлер бил бөккәнсе, үҙемә эшләйем”, — тип өйөндә ағастан йыһаз етештерә башлай. Һәләте нәҫеленән килә икән, атаһы ла балта оҫтаһы була. Атай кеше бәләкәйҙән улын да эшкә өйрәтә. Әйткәндәй, ул бура бурай, урындыҡ, ишектәр яһай. Унан әле нимәләр етештереүен һорайым. Орсоҡ ослауын, тал сыбығынан кәрзин үреүен, ҡайын туҙынан төрлө ҙурлыҡтағы һауыттар яһауын, балта, сүкеш һабы кеүек кәрәк-яраҡ етештереүен һөйләне, биҙәкле көйәнтәләр, саңғылар, тәҙрә йөҙлөктәре, ултырғыс, һандыҡ, аҡса һауыттарын да яһай икән.
Саңғының ниндәйен генә етештермәй. Хәйер, бер төп ағастан бер пар саңғы килеп сыға тиеү төптө хата икән. Баҡтиһәң, төньяҡҡа ҡарағаны – сағыштырмаса йоҡараҡ, ә көньяҡҡа баҡҡаны, киреһенсә, ҡалын булыусан. Ошо үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алған оҫта яңылышмай. Солтанғол Солтанғәле улы уларҙы һунарға сығыу, бейек тауҙарҙан эйеү, болонда йөрөү өсөн дә бөгә.
Был тарафтарҙа йүкә урмандары шаулай. Ошо ағасты эшкәртеү шул тиклем еңел, ярыла һалып та бармай. Күпселек оҫта уға өҫтөнлөк бирә.
Һүҙ ебе ғаилә усағына барып ялғана. Һөйләүенсә, Рәфиәне байтаҡ ҡына күҙәтеп йөрөй. Дөрөҫ, балаһы бар, өҫтәүенә үҙенән дүрт йәшкә олораҡ та. Ҡыҫҡаһы, бер-береһен оҡшатҡан, һүҙҙәре лә берегә. Икеһе лә яңғыҙлыҡтан туйған. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғалар. Бер нисә йылдан ғаиләгә шатлыҡ өҫтәп улдары Марат тыуа.
Тик тормош шатлыҡтан ғына тормай шул. Өйҙәре янып китә, кәләше менән йыйған бар мал-мөлкәте бер нисә сәғәт эсендә көл-күмергә әйләнә. Фажиғәнән һуң өҫтәрендәге кейем менән генә урамда тороп ҡалалар, әммә тырыш заттар төшөнкөлөккә бирелмәй. Ике фатирлы иҫке ағас өйҙөң бер яғын һатып алалар, шул уҡ ваҡытта баяғы урынға бурсанан өй һалалар.
Ҡул эштәрен һатыу мәсьәләһен яңынан ҡуҙғатам.
– Бөгөн оҫтаханамда ниндәй генә әйбер юҡ, халыҡтың һорауы мотлаҡ иҫәпкә алына. Нимә кәрәк, шуны етештерәм. Тауарымды машинама тейәйем дә баҙарға ашығам. Мишкә, Асҡын, Бөрө, Дүртөйлө, Илеш, Баҡалы райондарында көтәләр мине, хатта күрше Татарстанға ла барып сығам. Етмәһә, Мәскәү һәм Санкт-Петербург күргәҙмәләрендә лә ҡатнаштым әле. Ижад емештәрем менән ҡыҙыҡһыналар, әйберҙәрем янында фотоға төшөүселәр ҙә етерлек, – тип ҡәнәғәт йылмая Солтанғол ағай.