Рәсәй төбәктәренең социаль-иҡтисади үҫешен алға әйҙәгән һәм иң яҡшы эш һөҙөмтәләренә өлгәшкән ойошмалар араһындағы Бөтә Рәсәй конкурсында “Башҡорт ҡаҙы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте финалға сыҡты. Был предприятие Федоровка районында урынлашҡан. Ҡаҙ үрсетеүҙе интеграциялау буйынса “100-ҙө ал, 20-һен кире ҡайтар” тигән программала ул иң яҡшыһы тип табыла.
Конкурсты ойоштороусылар “Башҡорт ҡаҙы”ның йомортҡа алыу, себеш сығарыу, уларҙы үҫтереп, артабан итен эшкәртеү, шулай уҡ мамығын йыйыу һәм файҙаланыу эшмәкәрлеген юғары баһалаған. Бынан тыш, йәмғиәт ҡаҙ мамығынан юрған, мендәр кеүек хужалыҡта киң һорау менән файҙаланған йөҙ төргә яҡын кәрәк-яраҡ етештерә. Уның сифатлы тауарҙарын Рәсәйҙән тыш башҡа илдәрҙә лә яҡшы беләләр.
“100-ҙө ал, 20-һен кире ҡайтар” проекты 2011 йылдан бирле халыҡты ҡыуандыра. Был осорҙа унда республиканың 41 районынан бихисап шәхси ихаталар, 1000-дән ашыу крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, шулай уҡ Татарстандан, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән ҡатнашҡан. Алты йыл эсендә хужалыҡтарға 243 мең баш бер тәүлекле себеш таратылған, тереләй килеш иҫәпләгәндә, бөтәһе 1350 тонна ҡаҙ ите етештерелгән.