Ҡатырға тапшыр ҙа тыныс йоҡла14.02.2017
Ҡатырға тапшыр ҙа тыныс йоҡла Көнкүреш ҡағыҙҙарын тапшырып килем алған граждандар өҫтәмә һалымдан (НДФЛ) азат ителеүе ихтимал. Дәүләт Думаһының Эксперт-консультация советы ошондай закон проектын хупланы.
Бынан тыш, документ граждандарҙы һа­лым декларацияһы тап­шырыуҙан азат итә­сәк. Был уларҙы иҫке ҡа­ғыҙҙар йыйыуҙа ҡат­на­шыуға дәртләндерәсәк.
Рәсәйҙә бер кеше иҫәбенә йылына 220 – 280 килограмм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары тура килә. Уның уртаса 40 проценты – макулатура.
Белгестәр әйтеүенсә, Рәсәйҙә йылына бер кешегә 14 килограмм, йәғни бөтә халыҡҡа 2,1 миллион тонна иҫке ҡағыҙ тура килә. Шуның ни бары 21 мең тоннаһы ғына ҡайтанан эшкәртелә (бер проценты), ә 2,18 миллион тоннаһы ергә күмелә. Закон проекты авторы, Дәүләт Думаһы депутаты Александр Фокин белдереүенсә, бәғзе илдәрҙә ҡулланыуҙан сыҡҡан ҡағыҙҙы эшкәртеп, уны йәнә файҙаланыу күләме 70 процентҡа тиклем етә. Был сара макулатура баҙарындағы дефицитты йырып сығыуға һәм эшкәртеүсе предприя­тиеларҙы сеймал менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк.
Бынан тыш, ҡаҙнаға иҫке ҡағыҙ һатыуҙан һалым өҫтәмәһе алынмаясаҡ. Макулатура етештереү менән шөғөлләнгән кешеләр, ҡағиҙә булараҡ, үҙҙәренең килеме хаҡында мәғлүмәт бирмәй, сөнки күптәр НДФЛ түләргә кәрәклеген белмәй, ҡайһы берәүҙәргә 3-НДФЛ декларацияһын тултырыу – үтә ҡатмарлы эш.
Хатта Рәсәй кешеләре макулатура һатыуҙан килгән табышы хаҡында декларация биргәндә лә, барыбер һалым түләмәйәсәк, сөнки мөлкәткә түләгән һалымын файҙалана.
Белгестәр әйтеүенсә, ҡағыҙ ҡабул итеү пункттарында макулатураның дөйөм күләменең ни бары бер-өс проценты эшкәртелә. Тырышлыҡ һалғанда, уны 15 – 20 процентҡа еткерергә мөмкин.


Вернуться назад