Күптән түгел сит илдәрҙә етештерелгән көнкүреш техникаһын һатып алһаҡ, хәҙер Рәсәй был йүнәлештә донъяла билдәлелек ала. Былтыр, мәҫәлән, башҡа дәүләттәргә бер миллион самаһы кер йыуыу машинаһы оҙатылған. Был беҙҙе донъяла һигеҙенсе урынға сығарҙы, хәҙер Рәсәй глобаль донъя баҙарының өс процентын биләй. Шулай итеп, илебеҙ көнкүреш техникаһы етештереү буйынса юғары баҫҡысҡа күтәрелде. Бөгөн үҙебеҙҙең эске ихтыяжды тулыһынса ҡаплайбыҙ. Мәҫәлән, һуңғы 10 йылда һыуытҡыс эшләү ике тапҡырға артты, былтыр бөтәһе 3,7 миллион дана етештерелгән. Йәнә 1,3 миллион микротулҡынлы мейес, 550 мең саң һурҙырғыс, 800 мең электр сәйнүге сығарылған. 2010 – 2016 йылдарҙа телевизор етештереү 12 миллиондан 16 миллион данаға еткән.
Ә кер йыуыу машинаһы – айырым тема, сөнки был тармаҡтағы ҡаҙаныштарыбыҙ иҫ киткес шәп. Аҙаҡҡы 15 йылда Рәсәйҙә был техника 1,3-тән 3,9 миллион данаға еткән.
Дөйөм алғанда, кер йыуыу машинаһын экспортҡа оҙатыу 2,2 тапҡырға артҡан. Әйткәндәй, дүрт йыл элек беҙ бындай техниканы башлыса БДБ илдәренә генә оҙатһаҡ, хәҙер Италия, Германия, Польша ла күпләп һатып ала.