Бәрәңге ғәжәп уңды14.02.2017
Бәрәңге ғәжәп уңды Былтыр Рәсәйҙә бәрәңге ғәжәп уңған – 33,6 миллион тонна уңыш йыйып алынған. Был һуңғы биш йылдағынан 16 процентҡа күберәк.
Бынан бер нисә йыл элек кенә Воронеж өлкәһе был тармаҡта эшмә­кәр­леге менән маҡтана алма­һа, 2016 йылда иң алдын­ғылар рәтенә сығыуы күптәр өсөн көтөлмәгән хәл булды. Улар 1 миллион 562 мең тонна бәрәңге үҫтереп алған.
Әйткәндәй, иң яҡ­шы ун төбәк иҫә­бендә Алтай, Красноярск крайы, Баш­ҡортостан Республикаһы, Тула, Түбәнге Новгород, Мәскәү һәм Курск өлкәләре лә бар. Был төбәктәрҙә Рәсәйҙә дөйөм етештерелгән бәрәңгенең 36 проценты үҫтерелгән. Шуныһы ҡыуаныслы: илебеҙ “икенсе икмәк”те сит илдәргә лә һата башланы. Былтыр ул экспортҡа 230 мең тонна оҙатылған. Күптән түгел генә Рәсәй был аҙыҡты күпләп үҙе һатып алырға мәжбүр ине.


Вернуться назад