Һөт автоматтары14.02.2017
Тиҙҙән Мәскәүҙә урам саттарында, баҙарҙарҙа һөт аҙыҡтары “һатып торған” автоматтар пәйҙә буласаҡ. Ул ҡара төҫтә, бейеклеге -– ике, киңлеге бер метр тирәһе буласаҡ.
Был автоматтарҙа шешә­ле һөт, кефир, йогурт, эремсек, ҡаймаҡ, ряженка кеүек һөт ризыҡтары һатыласаҡ. Әл­биттә, барыһы ла төргәктә буласаҡ. Кистән һауылған һөт төндә автоматтарға урын­лаштырыласаҡ тип күҙал­лана. “Урам һатыусы­лары” башлыса ҡаланың барлыҡ округтарында ҡуйыласаҡ. Улар тимер һәм ҡағыҙ аҡса­ларҙы һауа торо­шоноң һал­ҡынлығы 30 градус­тан да түбән, 50 градусҡа тиклем эҫе булғанда ла ҡабул итә ала­саҡ. Эсендәге температура һәр ваҡыт дүрт градус йылы торасаҡ.
Белгестәр, бындай автоматтар Мәскәүҙә йылдан-йыл киң тараласаҡ, тип белдерә. Аҙа­ғыраҡ уларҙан чипсы, лимонад ҡына түгел, шулай уҡ сәс­кә, кофе, хатта контактлы линзалар ҙа алырға мөмкин буласаҡ. Әле Мәскәүҙә ха­й­­у­ан­дарға аҙыҡ бирә торған автоматтар киң танылыу ала бара.


Вернуться назад