Бурыс ҡурҡыныс түгел14.02.2017
Үҙәк банк былтырғы йыл һөҙөмтәләрен барланы. 2016 йылда халыҡтың финанс хәле ул тиклем хәүефләнерлек булмаған.
Былтыр халыҡ банктан алты триллион һум аҡса ал­ған, әммә бында ысын­бар­лыҡтағы бурыс үҫмәгән. Ха­лыҡтың банкка дөйөм бурысы 2015 йыл күләмендә – 10,7 триллион һум булһа, 2016 йылда ни бары 43 миллиард һумға артып, шул уҡ күләмдә ҡалған. Тимәк, банктан алған яңы кредиттар элеккеһен ҡаплатыуға тото­нолған. Ябай ғына әйткәндә, халыҡ былтыр әллә ни ҙур әйберҙәр алырға тырыш­маған, ә булған бурыс­тарын түләгән.
Сағыштырыу өсөн: 2017 йыл башына банктарҙа ха­лыҡтың 23,8 триллион һум аҡсаһы ятҡан. Тимәк, ке­ше­ләр банктарға алыуға ҡара­ғанда 2,2 тапҡыр күберәк аҡсаһын биреп торған. Әйт­кәндәй, белгестәр билдә­ләүенсә, Рәсәй халҡының дө­йөм кимәлдәге бурысы донъя кимәле менән сағыш­тыр­ғанда үтә юғары түгел. Әгәр эске тулайым продукт мөнә­сә­бәт­тәре менән үлсәгәндә, беҙҙең илдә халыҡтың бурысы 13 про­цент булһа, Көн­сы­ғыш Европала – 24, Көнбайыш Европала 50 проценттан ашыу. Бының сәбәбе шунда: беҙҙә әүәлгесә ипотека насар үҫеш­кән. Рәсәйҙә бирелгән кредит­тың ни бары һәр өсөнсө өлөшө, ә Европала өстән ике өлөшө ипотекаға тап килә.


Вернуться назад