Мал ҡарау тигәс, күҙ алдына тәү сиратта бесән һалыу, һыу эсереү килеп баҫа, аҙаҡ күнәккә гөбөрҙәтеп һауылған һөт, тәмле ит. Әммә бөгөн ит менән һөттөң үҙ ҡиммәтен аҙайтыу, етештереү продукцияһының сифатын яҡшыртыу маҡсатында ниндәй генә алым ҡулланмайҙар. Һәнәк тотоу ҡайһы бер ауыл хужалығы предприятиеларында инде “таш быуат” тип нарыҡлана.Һүҙ ҙә юҡ, был йәһәттән Совет осоронда ҙур алға китеш булды, һуңғы йылдарҙа ла яңы технологияларға таянып, мал үрсетеүҙә йәнә еңеүҙәр күренә. Шулай ҙа сит илдән өйрәнәһе алымдар бихисап әле. Был хәҡиҡәтте Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжында, мәҫәлән, яҡшы аңлайҙар. Студенттар Германияға барып тәжрибә туплай.
Әлбиттә, теләк кенә етмәй, тик хыялдар тормошҡа ашһын өсөн шарттар булдырыу фарыз. Был йәһәттән колледж етәкселегенең булдыҡлылығын билдәләргә кәрәк. Ҡайһы бер белем усаҡтары, әйткәс әйтәйек инде, йүнләп уҡыу процесын да ойоштора алмаған мәлдә әлеге учреждение студенттарын, мәҫәлән, сит илгә тәжрибә тупларға ебәрә, бер нисә һөнәргә уҡытыу мөмкинлеген аса.
– Ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләүҙә ҡоро теорияға таяныу – хаталы аҙым, моторҙы ҡутарып ҡарамай, малды дауаламай тороп, автомеханик та, ветеринар ҙа үҫтереп булмай. Был йәһәттән студенттарыбыҙҙың Германияла һигеҙ ай буйы тәжрибә туплап ҡайтыуы бигерәк тә отошло. Улар фермер ғаиләләрендә йәшәй, иген культуралары, йәшелсә, емеш-еләк үҫтереү, мал ҡарау буйынса тәжрибә нығыта. Быйыл яҙ һигеҙ студентыбыҙ йәнә әлегеләй оҙайлы сәфәргә сығырға тора, – тине белгестәр әҙерләүҙең үҙенсәлекле алымы хаҡында колледж директоры Роберт Кәримов.
Әлбиттә, яуаплы сәйәхәткә теләгән һәр кем бара алмай – Германияға юлланыр өсөн башта үҙеңде Рәсәйҙә күрһәтеү фарыз.
– Тырышып уҡыуым, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыуым, немец телен махсус өйрәнеүем иҫәпкә алынды, – ти ветеринария йүнәлешендә 4-се курс студенты Динара Ҡорбанова. – Туплаған тәжрибә хеҙмәт юлымда, һис шикһеҙ, ярҙам буласаҡ, сөнки унда (Германияла) эш алымына, дауалау төрҙәренә бөтөнләй икенселәй – төплө ҡараш, минеңсә, – тип тәьҫораттары менән дә уртаҡлашты тырыш ҡыҙ.
Шәхсән үҙе айырманы күргән кеше менән бәхәс ҡороп булмайҙыр, ысынлап та, технологияларҙы яңыртыу ғына түгел, тәү сиратта эшебеҙгә ҡарата баштағы мөнәсәбәтте яҡшыртырға кәрәктер. Юҡһа, йортонда ҡоҙоҡ ҡаҙырға йыбанып, һыйырҙарын мәкегә һыу эсерергә йөрөткән кешеләр ҙә юҡ түгел. Хәйер, миҫалдар етерлек инде ул…