Кемгә күпме субсидия тейешле?08.02.2017
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы 2017 йылда торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә халыҡ сығымдарының түбәнәйтелгән стандарттарын ҡулланыу дауам итәсәк.
Күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр, шулай уҡ торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн түләүгә субсидия билдәләнгәндә, ғаилә составына индерелгән граждандар өсөн был стандарттар – 15 процентҡа, яңғыҙ йәшәгән һәм пенсия алған кешеләргә – 18, граждандарҙың башҡа категорияларына 20 про­центҡа түбәнәй­телә.
Республика Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, бындай сара халыҡҡа өҫтәмә социаль ярҙам күрһәтеүгә, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү мөмкинлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелә. 2011 йылдың 1 ғинуарынан граж­дандарҙың бөтә категориялары өсөн ғаиләнең дөйөм килемендә ошо өлкәләге түләүгә сығымдар өлөшө­нөң рөхсәт ителгән стандарты 22 проценттан 20-гә тиклем кәметелгәйне. Министрлыҡтың сайтында онлайн-калькулятор бар. Ул иҫәп-хисап эшендә ярҙам итер һәм документтар тултырыуҙың кәрәкме-юҡмы икәнлеген әйтеп бирер. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә субсидияның яҡынса күләмен иҫәпләп сығарыу өсөн таблицаға көнкүреш шарттары, ғаилә составы һәм килеме тураһындағы мәғлүмәт­тәрҙе, торлаҡ-коммуналь хеҙмәткә түләү сығымы һәм ошо өлкәләге фактик сығымдарҙы индерергә кәрәк.
Субсидия алыу өсөн кәрәкле документтар исемлеге Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында бирелгән.


Вернуться назад