Совет заманындағы биш йыллыҡтар илдең үҫешенә шаҡтай ҙур өлөш индергән. Быға миҫалдар күп. Әйтәйек, 1928 йылда ил башлығы И. Сталиндың ҡарары менән “биш йыллыҡ”ҡа план төҙөлгән, уны тормошҡа ашырыу өсөн бөтөн ил халҡы ең һыҙғанып эшкә тотонған. Йәмғеһе ил 11 “биш йыллыҡ”ты үткәргән. Уларҙың иң ҙур ҡаҙаныштарын телгә алып китәйек. Беренсе “биш йыллыҡ”: 1500 ҙур сәнәғәт предприятиеһы төҙөлгән. Днепрогрес электр станцияһы, ГАЗ, ЗИС автомобиль заводтарының эш башлауын ғына ла атау сәнәғәттең сәскә атыуын билдәләй. Икенсе “биш йыллыҡ” башында Иосиф Сталин үҙ сығышында былай ти: “Беҙ алдынғы илдәрҙән 50 – 100 йылға артта ҡалғанбыҙ. Был арауыҡты йә ун йыл эсендә йүгереп ҡыуып етәбеҙ, йә улар беҙҙе иҙәсәк”. Һөҙөмтәлә йәмғеһе 4 500 ҙур сәнәғәт объекты төҙөлә. Мәскәүҙә метроға нигеҙ һалына. Беломор – Балтика һәм Мәскәү – Волга каналдары сафҡа инә. Өсөнсө “биш йыллыҡ” Башҡортостан өсөн дә әһәмиәтле була: Өфө нефть эшкәртеү заводы төҙөлә.1986 йылға аяҡ баҫҡанда, СССР һәр күрһәткес буйынса донъяла беренсе урындарҙа килә:
тракторҙар һаны – 1-се урын,
сәнәғәт продукцияһы – 2-се урын,
машиналар эшләү – 2-се урын,
электр энергияһы етештереү – 2-се урын,
газ – 1-се урын,
ташкүмер – 3-сө урын,
суйын – 1-се урын,
ҡорос – 1-се урын,
цемент – 2-се урын,
иген һәм иген культуралары – 3-сө урын,
йомортҡа – 1-се урын.Иҡтисадты алдан күҙаллау һәм планлаштырыу һөҙөмтәһендә 1928 – 1940 йылдарҙа илдә социализмға нигеҙ һалына. Коллективлаштырыу үткәрелә, грамотаһыҙлыҡты бөтөрөүгә күп көс сарыф ителә. 7 000 ҙур сәнәғәт предприятиеһы төҙөлә. Был армияны көсәйтеүгә лә нигеҙ булып тора. Тап ошо 12 йыл эсендә булдырылған иҡтисади нигеҙ илгә Бөйөк Ватан һуғышында еңергә ярҙам итә лә инде. Һуғыштан һуң илде тергеҙеү эшенә тотоналар. Торлаҡ төҙөлөшө йылдам темптар менән бара. Энергетика һәм химия өлкәһенә иғтибар арта. Космосҡа ынтылабыҙ. 1951 – 1970 йылдарҙа 12 меңдән ашыу ҙур сәнәғәт предприятиеһы төҙөлә. Әммә 1975 – 1980 йылдарҙа социализмдың нигеҙе ҡаҡшай, ил үҙгәртеп ҡороуға аяҡ баҫа. Ошо ауыр йылдарҙың һөҙөмтәһен әле лә татыйбыҙ. Нисек кенә булмаһын, тарих 100 йыл һайын ҡабатлана, тигән бер аҡыл эйәһе. Әле ил етәкселеге 2030 йылға стратегия программаһын ҡабул итә. Алдан күҙаллау илде үҫешкә килтереүен беҙҙең тарих биттәре иҫбатлай. Тик әле халыҡ хөкөмөнә тәҡдим ителгәне Совет заманының “биш йыллыҡ”тарынан киңерәк, төплөрәк. Ул биш йүнәлеште үҙ эсенә ала.
Ниндәй генә пландар ҡорма, уларҙы тормошҡа ашырыуға аҡса кәрәк. Шуға ла тәҡдим ителгән проекттарҙың барыһы ла бизнес-проектҡа тартым. Быға аптырарға кәрәкмәй. Проекттарҙы ғалимдар, һәр тармаҡтағы алдынғы белгестәр эшләгән.
Тәүге проект – “Дөйөм үҫеш мәсьәләләре”. Бында Башҡортостан иҡтисадының төп күрһәткестәре анализланған һәм киләсәккә маҡсаттар билдәләнгән. Мәҫәлән, республика бөгөн тулайым төбәк продуктының (ТТП) йыллыҡ үҫеш күрһәткесе буйынса Рәсәйҙә 22 – 31-се урында. Был күрһәткестең 40 процентын сәнәғәт, 18-ен – сауҙа, 9-ын төҙөлөш һәм 7 процентын ауыл хужалығы тәьмин итә. Йән башына тура килгән ТТП буйынса 36-сы урындабыҙ. 2030 йылға Башҡортостанда йән башына тура килгән ТТП-ны 956,6 мең һумға (әлегә был һан 306,8 мең һум) еткереү күҙаллана. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн яңы эш урындары булдырыу, ауыл хужалығы продукцияһы етештереү һәм инвестиция күләмен арттырыу планлаштырыла.
“Яңы индустриялар һәм баҙар”. Бөгөн Башҡортостан Рәсәйҙә нефть эшкәртеү буйынса беренсе, химия сәнәғәтендә – икенсе, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү йәһәтенән етенсе урынды биләй. Әммә бәләкәй компаниялар һәм шәхси хужалыҡтар араһында көнәркәшлек төшөнсәһе юҡ тиерлек. Шуға ла шәхси компанияларҙы әүҙемләштереү фарыз. Был йүнәлештә агросәнәғәт һәм туризмды үҫтереү күҙаллана. 155 миллиард һум әйләнеше булған биш туризм кластеры, федераль кимәлдәге 10 төбәк компанияһын ойоштороу, ауыл хужалығы үҫеше буйынса илдә бишенсе урынға сығыу – төп маҡсат.
“Кеше потенциалын үҫтереү һәм һаҡлау”. Нисек кенә булмаһын, үҫешкә йүнәлеш алған биш йыллыҡмы ул, әллә ун – егерме йыл алға планлаштырылған программамы, уларҙың һәр береһе кеше именлегенә хеҙмәт итергә бурыслы. Кешегә нимә кәрәк? Тәү сиратта уны ҡәнәғәтләндерерҙәй эш хаҡы, уңайлы йәшәү урыны. Балаларын мәлендә баҡсаға, мәктәпкә биреү мөмкинлеге. Дауаланыу һәм ял итеү урындарының кеҫәгә һуҡмауы. Имен ғаиләләр имен дәүләттең нигеҙе бит. Был программала йәш ғаиләнең артабанғы аҙымдары күҙалланған. Йәштәрҙең никахы ныҡлы булһын өсөн барыһы ла уйланылған.
“Бизнес менән властың һөҙөмтәле бәйләнешен булдырыу һәм уларҙың мәнфәғәттәрен яраштырыу ярҙамында дәүләт идараһы системаһын ойоштороу” программаһында сағылыш тапҡан мәсьәләне быға тиклем Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов күтәреп сыҡҡайны. Дәүләт идараһы – ҡатмарлы һәм нескә төшөнсә. Әгәр урындағы етәксе халыҡты ҡайғырта, заман менән бергә атлай икән, тимәк, был төбәктә үҫешкә урын бар. Иҡтисади үҫеш иһә килешеүҙәр төҙөү, инвестициялар йәлеп итеү, урындағы шәхси эшҡыуарҙарҙың уңышлы эшен тәьмин итеүгә бәйле.
“Биләмәләрҙе тигеҙ үҫтереү моделен төҙөү” – ауыл халҡы өсөн ҡулайлы программа. Урындарҙа туризмды үҫтереү, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү, ғөмүмән, төбәктең географик хәленә ҡарап, был урында ниндәй хеҙмәт төрө менән шөғөлләнеү ҡулайлыраҡ икәнен баһалап эш алып барыласаҡ.
Стратегия буйынса эш дауам итә. Белгестәр теге йәки был мәсьәләләр буйынса бәхәсләшә, халыҡтың фекере менән таныша. Шулай ҙа үҫешкә юл алған программаның әле үк ыңғай яҡтарын билдәләргә була. Тәү сиратта уның халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыуға ҡоролғанын һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк. Проект буйынса тәҡдимдәрҙе 19 мартҡа тиклем ошо адрес буйынса:
[email protected] ҡабул итәләр.