Эштең рәтен белгәс...29.03.2012
Эштең рәтен белгәс...Ауыл хужалығы предприятиеларының күпселегендә финанс-иҡтисади хәл малсылыҡҡа бәйле. Малың ишле, уға аҙыҡ та етерлек булһа, техникаң геүләп эшләһә, уңышлы һәм табышлы көн итә алаһың. Стәрлетамаҡ районындағы "Дружба" йәмғиәте бөгөн тап шундайҙар иҫәбендә: малсылыҡта ла, үҫемлекселек өлкәһендә лә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Йәмғиәттең алдынғылар рәтенә сығыуына уға идара теҙгенен йәш һәм бөтмөр Александр Бражниковтың алыуы булышлыҡ иткәндер, моғайын. Егеттең атаһы ла ҡасандыр ошо хужалыҡтың етәксеһе булған. Шуныһын билдәләргә кәрәк: "Дружба"ла малсылыҡҡа етди иғтибар элек-электән килә. Ауыр йылдарҙа ла бында һыйыр малын кәметеүгә юл ҡуйылманы, киреһенсә, арттырыуға өлгәштеләр.
Хужалыҡта зоотехник һәм ветеринарҙар көслө, яһалма ҡасырыу уңышлы ҡулланыла. Бөгөн бында ике меңдән ашыу симменталь, ҡара-сыбар тоҡомло мал аҫрала, йыл да көтөүгә яңы таналар өҫтәлә.
Көҙ ферма янындағы яланда Канада технологияһы буйынса заманса һимертеү комплексы төҙөп ҡуйғандар. Хәҙер бер меңдән ашыу баш мал асыҡ һауала тотола, аҫтары ҡоро, иркен йөрөйҙәр. Ел үтәнән-үтә өрмәһен өсөн тирә-яғына һалам өйөп һалынған. Әлбиттә, шарттар яҡшы булғас, һимертеүгә ҡуйылған мал тиҙ көрәйә, уртаса тәүлек артым бер килограмға етә.
Эштең рәтен белгәс...Комплекста эш тулыһынса автоматлаштырылған, ни бары дүрт кеше хеҙмәтләндерә. Һимертеү майҙансығы янында шулай уҡ ике ҙур ангар ҙа төҙөлгән: береһендә фураж һаҡлана, аҙыҡ, ярма әҙерләнә, ә икенсеһендә техника урын алған. Ошо комплексты төҙөүгә генә лә хужалыҡ 8 миллион һум тотонған. Төҙөлөшкә киткән сығым бер-ике йылда үҙен аҡлаясаҡ, ти белгестәр.
– Мал ҡышлатыуҙы уңышлы тамамлап киләбеҙ, әҙерлек кимәле юғары булды бит. Әле малдар теремек һәм көр генә, – ти хужалыҡ етәксеһе. – Эшселәрҙең күңеле күтәренке, сөнки хеҙмәт хаҡын ваҡытында бирәбеҙ, уларҙың бер генә үтенесе лә иғтибарһыҙ ҡалмай.
Фермала бөтөн эш механизацияланған, заманса һөт үткәргестәр, һыуытҡыстар бар. Бөгөн бында дүрт һауынсы эшләй. Любовь Егорова менән Наталья Яковлева былтыр үҙ төркөмөндәге һәр һыйырҙан 6 мең килограмға яҡын һөт һауып алыуға өлгәшкән.
Әле хужалыҡ продукцияһын Стәрлетамаҡтың "Аллат" һөт заводына оҙата. Ҡалала дүрт сауҙа нөктәһе булдырғандар, унда һөттөң литрын 20 һумдан һаталар. Был да үҙ сиратында хужалыҡ ҡаҙнаһына аҙмы-күпме табыш килтерә.
Самат ҒӘЛИН
Стәрлетамаҡ районы.


Вернуться назад