Ҡара тупраҡ – алтын хаҡына07.02.2017
Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте (“Россельхознадзор”) һуңғы осорҙа тупраҡты һаҡлау өлкәһендә әүҙемлеген көсәйтеп, яңы иҡтисади шарттарҙа барлыҡҡа килгән проблемаларҙы йыш күтәрә. Совет йылдарында хәүеф күберәк осраҡта агрономия ҡағиҙәләрен боҙоу һөҙөмтәһендә һыу һәм ел эрозияһы көсәйеүгә, тупраҡҡа химикаттар, нефть продукттары эләгеүгә бәйле булһа, һуңғы осорҙа быға тиклем осрамаған хәл – тупраҡтың уңдырышлы өҫкө, гумуслы ҡатламын урлау йыш күҙәтелә.
Илдә әле 114 миллион гектарҙан ашыу һөрөнтө ер иҫәпләнеп, йыл һайын уның бер миллион гектарға яҡыны юҡҡа сыға: эрозиянан деградациялана, һаҙлана, элекке баҫыуҙарҙы ағас баҫа, күп ерҙәр төҙөлөш майҙандарына бирелә. Ошо факторҙарға хәҙер гумус һатыу ҙа ҡушыла. Хоҡуҡи яҡтан баһалағанда, туп­раҡтың уңдырышлы ҡатламын алыу Енәйәти кодекста бөтөнләй телгә алынмай һәм Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың (КоАП) 8.6-сы статьяһында (“Ерҙәрҙе боҙоу” квалификацияһы) ғына күрһәтелә. Шул уҡ ваҡытта законһыҙ рәүештә ҡом, ҡырсынташ, төҙөлөш ташы сығарыу Енәйәти кодекстың 158-се статьяһында күрһәтелә. Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте 2012 йылда уҡ Рәсәй Дәүләт Думаһына ҡара тупраҡты урлауҙы Енәйәт кодексында ҡарау тәҡдимен индерә, әммә мәсьәлә хәл ителмәй. КоАП буйынса ерҙәрҙе боҙған өсөн штраф бик бәләкәй: физик шәхестәргә 1–1,5 мең, вазифалы шәхестәргә – 2–3 мең, юридик шәхестәргә 20–30 мең һум ғына тәшкил итә.
Ҡара тупраҡ донъяла күп түгел. Рәсәй Федерацияһында уның 120 миллион гектары, йәғни 52 проценты тупланған, әммә беҙҙә был байлыҡ һөҙөмтәле ҡулланылмай. Үҙәк Рә­сәйҙең ҡара тупраҡлы төбәктәрендә (Курск, Белгород, Воронеж, Липецк, Тамбов өлкәләре) ер мәсьәләһе ауыр хәлдә ҡала. Тупраҡ һатыу унда отошло бизнесҡа әүерелгән. Ә бына казактар ергә хужа булған төбәктәрҙә (мәҫәлән, Ростов өлкәһендә) ныҡлы тәртип урынлаш­тырылған. Тимәк, ерҙең ысын хужаһы булыуы бик мөһим.
Иң ауыр хәл Украинала күҙәтелә – унда өлгөр йүнселдәр инде күп йылдар дауамында донъяла иң яҡшы тип баһаланған бай гумуслы ҡара тупраҡты (классик әйтмешләй, “тәртә ултыртһаң, кырандас үҫеп сыҡҡан” ерҙе) сит илдәргә оҙата. Тауар, әгәр быны шулай тип атап булһа, караптарға тейәлеп, тәүҙә Төркиәгә, артабан Сәғүд Ғәрәбстанына, Кувейтҡа, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә эләгә. Уларҙың күршеләре Израилдә бындай гонаһлы эш менән шөғөлләнмәйҙәр һәм заманса технологиялар буйынса күпләп яһалма гумус етештерәләр.
Украинала 2,2 миллион гектар ер сит ил компанияларына һатылған. Шведтар украин­дарҙан 100 миллион тонна самаһы ҡара тупраҡ һатып алырға йыйына. Артабан ул тупраҡты үҙҙәрендә ҡулланырға, шулай уҡ Данияға, Нидерландҡа, Бельгияға һатырға йыйына. Был енәйәтте яҡлаған ғалимдар ҙа табыла: Украина белгестәре раҫлауынса, “ерҙә ҡара тупраҡ ҡатламы ауыл хужалығы культураларын үҫтереү өсөн етерлек кимәлдән артығыраҡ һәм уның бер өлөшөн зыянһыҙ алырға мөмкин”.
Украиналағы хәлдәрҙең бик фәһемле бер яғы бар. Икенсе донъя һуғышы йылдарында немецтар Полтава өлкәһенән бер нисә эшелон ҡара тупраҡты үҙҙәренең иленә сығара. Был акция Германияның аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы рейхсминистры, СС обергруппенфюреры Герберт Эрнст Бакке планы буйынса эшләнә. Бакке Рәсәйҙә тыуып үҫә, Беренсе донъя һуғышы йылдарында Уралда, башҡорт­тар араһында йәшәй. 1919 йылда Халыҡ-ара “Ҡыҙыл Тәре” ойошмаһы ярҙамында Гер­манияға сығарыла һәм Геттинген университетына уҡырға инә. Аҙаҡ инде күренекле аграрий булараҡ танылыу яулай. Украинаның ҡара тупрағы Германияла ҡулланыла баш­лағас, немец ғалимдары шундай һөҙөмтәгә килә: яңы тупраҡ тәүҙә ерҙең уңдырыш­лылығын бер аҙ күтәрһә, оҙаҡламай үҙенең сифаттарын юғалта һәм деградациялана. Белгестәр раҫлауынса, Украинанан килте­релгән гумус сит ерҙәге микроэлементтар, микроорганизмдар һәм ферменттар составын үҙ итмәй. Уңдырышлы ҡара тупраҡ – үҙенсә тере биологик система һәм ят мөхиткә күсереү уны тиҙ арала һәләк итә.
Башҡортостанда тупраҡты өйрәнеү менән күп йылдар дауамында Солтан Тайсинов (1906 – 1982) шөғөлләнде. 1975 йылда уның етәкселегендә “БАССР тупраҡтары картаһы” әҙерләнде. СССР тарҡалғандан һуң, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, илдә тупраҡты өйрәнеү фәне үҫешеүҙән туҡтап ҡалды.
Закондар булмауынан файҙаланып, ҡара тупраҡты асыҡтан-асыҡ урлауҙан тыш, уның яңы, хәйләлерәк формалары ла барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, төрөлгән газон үҫтереп һатыу бизнесы киң тарала башланы. Нисек кенә хәйләләп күрһәтһәләр ҙә, уның нигеҙендә – барыбер шул уҡ ҡиммәтле гумус ҡатламы. Төктәрҙең ҡалынлығы уртаса өс сантиметр тәшкил иткәндә, биш йылда газон үҫтерелгән баҫыуҙан кәмендә 15 сантиметр ҡалынлығын­дағы гумус ҡатламы алына. Шунан һуң был баҫыуҙан нимә генә тороп ҡалыр? Радиоуглерод анализ ысулдары күрһәтеүенсә, гумус формалашһын өсөн меңәрләгән йыл ваҡыт талап ителә.
Газон яңы ерҙә, бәлки, тәүҙә матур ғына үҫер. Әммә киләсәктә күп урында уның деградацияға бирелеүе ихтимал. Һәйбәт газон үҫтереү өсөн уны үҙ урынында сәсергә һәм оҙаҡ йылдар дауамында яҡшылап тәрбиәләргә кәрәк. Әлбиттә, бының өсөн халыҡтың мәҙәни кимәле юғары булыуы талап ителә. Инглиздәр, мәҫәлән, үҙҙәренең ике-өс быуат дауамында үҫтерелгән газондары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Йәнә бының өсөн ерҙең ысын хужаһы булырға тейеш. Уңдырышлы гумусты сит ергә күсереп һалыу уны һәләк иткән кеүек, ер хужаһы ла бөйөк Лев Толстой үҙенең “Кешегә күпме ер кәрәк?” хикәйәһендә тасуирлаған, башҡорт еренә ситтән килгән Пахом һәм уға ер һатыусылар затынан түгел, ә ошо тупраҡҡа тоғро кеше булырға тейеш. Шул саҡта бөгөнгө һымаҡ тупраҡты урлау кеүек ҡотһоҙ күренешкә лә сик ҡуйылыр ине.


Вернуться назад