Дөрөҫ юл һайлау оҙаҡҡа һуҙылмаҡсы…07.02.2017
Дөрөҫ юл һайлау оҙаҡҡа һуҙылмаҡсы… 12–14 ғинуарҙа уҙғарылған VIII Гайдар иҡтисади форумына “Рәсәй һәм донъя – өҫтөнлөктәр һайлау” исеме бирелеүен күп абруйлы иҡтисадсылар, айырыуса оппозиция вәкилдәре сәйерһенеп ҡабул итте. Илебеҙ сирек быуаттан ашыу ваҡыт, ниндәй генә булмаһын, баҙар шарттарында йәшәп, әле һаман перспективалы үҫеш йүнәлештәренең билдәле булмауы, һаман юлдар һайлауыбыҙ белгестәр араһында етди ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.
Ошо бер үк 25 йыл эсендә, мәҫәлән, тәүҙәге мөмкинлектәре сағыштырғыһыҙ түбәнерәк бул­ған Ҡытай Халыҡ Республикаһы, ҡеүәтле индустрия ҡороп, эске тулайым продукт күләме буйынса донъяла беренсе урынға сыҡты; Америка Ҡушма Штаттарынан һуң икенсе урынды биләгән Рә­сәй, Японияны, Германияны һәм Һиндостанды алға үткәреп, алтынсы урынға төштө. Инде Бөйөк Британия, Франция, Индонезия, Бразилия ҡыуып етеп килә, һәм Ер йөҙөндә ресурстарға иң бай Рәсәй Федерацияһына үҫешкән илдәр исем­легендәге беренсе тиҫтәнән, йәғни индустриаль дәүләттәр сафынан, яҡын­дағы биш йыл эсендә бөтөнләй төшөп ҡалыу янай.
Үҫеш йүнәлештәре темаһы форум­дың исеменә үк сығарыл­һа ла, унда Рәсәй иҡтисадын һауыҡтырыу юлдары аныҡ ҡына күрһәтелмәне. Сығыштарҙа бөтә уҙған 2016 йыл буйына күтәрелеп килгән институциональ реформа һәм структура реформаһы темалары йәнә күп тапҡыр ҡабат­ланды, әммә был өлкәләге нова­цияларҙы дәүләт етәксе­леге активына индереү ғәҙел булмаҫ ине. Институциональ һәм структура реформалары идеяһы – иҡтисади үҫеш лидерҙары кимә­ленә күтәрелгән аҙ һанлы тө­бәк­тәр ҡаҙанышы. Был исем­леккә иң тәүҙә Һамар, Түбәнге Новгород һәм Татарстан инә. Ләкин, тормош һәм лидерҙар тәжрибәһе күрһәтеүенсә, иҡтисадтағы арта­банғы реформаларға юл асыу өсөн дәүләт идаралығы систе­маһына ла етди үҙгәрештәр индереү талап ителә. Әммә был мәсьәлә йыйында урап үтелде.
Быйылғы форумдың төп те­маһы сифатында үҫеш өҫтөнлөк­тәре, йәғни мөһим йүнәлештәр һайлау күрһәтелгәс, уға шундай ҡыҫҡаса резюме ҡуйырға ла мөмкиндер: артабанғы иҡтисади үҫеш (дөрөҫөрәге – иҡтисадты тергеҙеү) өсөн тәүҙә ошо өс стратегик йүнәлеш­тәге реформа талап ителә:
– структура реформаһы;
– институциональ реформа;
– иҡтисадта дәүләт идара­лығы реформаһы.
Тәүге ике өҫтөнлөклө йү­нәлеш менән бөтәһе лә ризалашып, ул йүнә­лештәрҙә реаль эш башланып, үҫеш рейтингтарында лидер урындары биләгән төбәк­тәр етерлек тәжрибә туп­лап, баш­ҡаларға өлгө күрһәтеп өлгөр­һә, дәүләт идаралығы йүнәле­шендәге реформа кисектерелеүе хәҙер барлыҡ процесты тот­ҡарлап тора.
Стратегик өҫтөнлөктәрҙәге кеүек, тактик аҙымдарҙа ла төп темалар асыҡ­ланды һәм улар, уҙған йыл интригаһына әйләнеп, күп бәхәс тыуҙырып, яңы 2017 йылға ла хәл ителмәгән мәсьә­ләләр булараҡ күсеп инде. Бына улар:
– эмиссия сәйәсәтен көйләү;
– һалым сәйәсәтен көйләү;
– хаҡ сәйәсәтен көйләү.
Әлбиттә, бындай мәсьәләләр бай­таҡҡа күберәк, уларҙы тактик аҙымдар рәтенә индереү ҙә шарт­лы ғына – ҡайһы берҙәре, самаһыҙ ҙурайып, тотош бер стратегик йүнәлеш рәүеше ала башлауы ла ихтимал. Былары – уҙған йылдарҙа ла, әле лә иң ҙур бәхәстәр тыуҙырған мәсьә­ләләр. Етәкселәр был өс йүнә­лештә лә етди үҙгәрештәр бул­маясағын белдерҙе. Мәҫәлән, Үҙәк банк идараһы рәйесе Эльвира Нәбиуллина 2016 йылдың 29 июнендә – 1 июлендә үткә­релгән ХХV халыҡ-ара финанс конгресында “илдә монетар сәйә­сәттә ҡаты позиция һаҡлана­са­ғын”, йәғни яҡын киләсәктә эмиссия үткәрелмәйәсәген белдерҙе. Үҙәк банктың рефинанслау ставкаһы икеләтә арттырылып, 17,5 про­центҡа тиклем күтәрелде – был күрһәткес, мәҫәлән, ил предприятие­ларының уртаса рентабеллегенән ике тапҡырға юғарыраҡ, һәм уның тотош иҡтисадты стагнацияға килте­реүе ихтимал. Иҡтисадта монетизация коэффициенты 47 про­центҡа (айырым сығанаҡтарҙа унан да түбәнерәк) тиклем төш­кәндә, иҡтисад бер триллион самаһы эмиссияға мохтаж бул­ғанда, уны сикләү шулай уҡ стагнацияға этәргән көслө фак­торға әйләнә. Йәнә эмиссия эш ха­ҡы­на, төрлө социаль түләү­ҙәргә, пен­сияларға кәмендә инфляция кимәлендә индексация үткәреү өсөн ашығыс рәүештә кәрәк. Инфляция кимәлен статистикала кәметеп күрһәтеү генә мәсьәләне хәл итмәй, киреһенсә, уны ҡатмарлаштыра ғына, ә реаль инфляция иһә хаҡтарҙа, халыҡтың тормош кимәле кә­меүҙә бик асыҡ күренә.
Хаҡ сәйәсәтенә санация ла инфляцияны кәметеүгә ҙур өлөш индерә алыр ине. Беҙҙә тауарға сауҙа өҫтәмәһе закон менән сикләнмәй һәм финанс тотороҡ­һоҙлоҡҡа, халыҡты талауға кил­терә. Хаҡтар өлкәһендәге спекулятив сик­һеҙлеккә ҡаршы йүнәлтелгән закон проекттары Дәүләт Думаһына күп тапҡыр тәҡдим ителде. Мәҫәлән, 2015 йылдың февралендә Думаға сауҙа өҫтәмәһен яҡынса 10 процент кимәлендә сикләү тура­һындағы закон проекты тапшырылды, әммә ул, бүтәндәре кеүек үк, ғәмәлгә ашырылманы.
Форумда вице-премьер Ольга Голодец Хөкүмәттә һалымдарға алдынғы шкала индереү буйынса иҫәпләүҙәр алып барылыуы тураһында белдерһә, унан һуң сығыш яһаған Хөкүмәт Рәйесе Дмитрий Медведев, киреһенсә, Хөкүмәттә ул мәсьәләнең бөтөн­ләй ҡаралмауы тураһында хәбәр итте. Иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкин менән финанс министры Антон Силуанов та ви­це-премьер Голодецтың һүҙ­ҙәрен кире ҡағып сығыш яһаны. Хөкүмәттең һалым сәйәсәте буйынса ныҡлы позицияһы булмауы, шулай уҡ эмиссия һәм сауҙа өҫтәмәһе мәсьәлә­ләре лә яҡын киләсәктә хәл ителмә­йәсәге был йыйында нығыраҡ аңлашыла төштө.
Форумда Алексей Кудрин төп баҫымды юға­рыла күрһәтелгән структура, институциональ һәм дәүләт идара­лығы реформалары зарурлы­ғына яһап: “...Иҡтисад­тың элекке моделе хәҙер инде эшләмәй, ә яңыһы форма­лаштырылмаған. Был йүнәлештә Хөкү­мәт тарафынан етди саралар ҡулла­ныл­май”, – тип бел­дерҙе. Хөкүмәт Рәйесе Дмитрий Медведев быға: “Иҡ­тисадтың яңы моделен ҡулланыуға технологияларҙың артта ҡалыуы ҡама­саулай. Яңы креатив сәнәғәт кәрәк, ә ул беҙҙә юҡ”, – тип яуапланы, ләкин ниндәй яңы иҡтисади модель тураһында һүҙ алып барылыуын аңлатып торманы.
Сара башланыу менән үк социаль селтәрҙәрҙә төрлө ком­ментарийҙар, тәҡдимдәр күренә башланы. Иҡтисад­сылар бындай етди форумдар мәлендә иң абруйлы, тәжрибәле белгестәрҙең баһалауҙарына ҡолаҡ һала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәҫәлән, ысын “финанс зубры” Виктор Геращенко кеүек етди профессионалдар хәҙер бик аҙ ҡалды. Эшлекле тәҡдимдәренә ҡолаҡ һалмағас, Виктор Владимирович та хәҙер иҡтисади бәхәс­тәргә һирәк ҡушыла. Әммә уның элекке уңышлы эшмәкәрлеген иҫкә алып, өлгө итеп күрһәтеүселәр әле­гә бар. Рәсәй Фәндәр ака­демияһы академигы Сергей Глазьевтың Геращенконың тәж­рибәһенә таянып яһаған тәҡдим­дәрен бөгөнгө ауыр хәлдә ғәмәл­гә ярашлы тип баһаларға мөм­кин. Мәҫәлән, улар эште иң тәүҙә аҡса-кредит сәйәсәтен ашығыс рәүештә үҙгәртеүҙән – ҙур күләм­ле эмиссиянан башларға тәҡдим итә һәм 1998 йылда премьер-министр Евгений Примаков, уның беренсе урынбаҫары Юрий Маслюков, Үҙәк банк идараһы рәйесе Виктор Геращенконың иҡтисади көрсөктө бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә – ярты йылда еңеп сығыуын өлгө итеп күрһәтә. Билдәле булыуын­са, ул көрсөк шулай уҡ инфляцияны оҙаҡ ваҡыт эмиссияны сикләү (монетизация коэффициенты 13 процентҡа тиклем кәмеп, иҡтисад тамам ҡанһыҙлан­ды­рыла) һөҙөмтәһен­дә формалаша. Примаков, Маслюков һәм Геращенко тиҙ арала инфляцияны баҫып, алты ай эсендә сәнәғәт етештереүен 20 процентҡа кү­тәрә. Улар эмиссияны күпкә арттырмай (1998 йылдың 1 ғин­уарында 1:1000 нисбәтендә деноминация башлана) – уның урынына экспорт пошлинаһын тер­геҙәләр, ҡаты валюта контроле индерәләр, валютаны (иң мөһи­ме – “нефть долларҙарын”) дәүләткә һатыу талабы ҡуйыла (был сара капиталды сит илдәргә сығарыуҙы сикләй), монополия тармаҡтарында хаҡтар етди күҙәтеүгә алына.
Өс ветерандың бындай дәр­рәү эше көс туплай башлаған олигархтарға оҡшамай, һәм улар тиҙ арала эштән ебәрелеп, алмашҡа инициативаһыҙ, әммә “уңайлы” эшмәкәрҙәр ҡуйыла. Уларҙың эш һөҙөмтәһе – бары­быҙҙың да күҙ алдында. Иртәме-һуңмы бөгөнгө көрсөктән сығыу өсөн һөҙөмтәле, һыналған саралар ҡуллана башлау талап ителәсәк. Ундай тәжрибә беҙҙә бар. Ә көрсөктән сығыу юлын эҙләү, һуңғы Гайдар форумы күрһәтеүенсә, бик оҙаҡҡа һуҙылмаҡсы.


Вернуться назад