Көрсөк таныштарҙы иҫкә төшөртә07.02.2017
Юғары иҡтисад мәктәбе үткәргән тикшеренеү йомғаҡтарынан күренеүенсә, Рәсәй халҡы эште туғандары, таныштары йәки Интернет ярҙамында эҙләргә күнеккән. Сайттарҙа, ғәҙәттә, еңел сәнәғәт, сауҙа һәм һаулыҡ һаҡлау тармаҡтарындағы вакансиялар күберәк тәҡдим ителә, ти. Таныштар аша төҙөлөш һәм халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәләрендә урын табыуы еңелерәк икән. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен файҙаланыу иһә нефть-газ, ауыр сәнәғәт һәм энергетика предприятиеларында киң таралған.
Дөйөм алғанда, үҙ-ара танышлыҡ ярҙамында эш табыу Рәсәйҙә һуңғы тиҫтә йылда барлыҡ ялланыуҙарҙың 80 проценты тирәһен тәшкил итә, ти белгестәр. Интернет аша урынлашыусыларҙың иһә хәҙер һигеҙ йыл элекке менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк булыуы асыҡланған. Киләсәктә бындай тәжрибә тағы ла киңерәк тараласаҡ тип күҙаллана, тик әлегә финанс көрсөгө ҡамасаулай: тотороҡһоҙлоҡ шарттарында, 2008 һәм 2012 йылдарҙағы һымаҡ уҡ, эшкә ингәндә туғанлыҡты, әшнәлекте файҙаланыу күренештәре бермә-бер арта.