Эҙләгән ҡорт бал табыр07.02.2017
Башҡортостандың мәшғүллек хеҙмәттәренә ойошмалар тарафынан бирелгән вакансиялар исемлеге бер ай эсендә (1 ғинуарҙан 1 февралгә ҡәҙәр) 32,4 меңдән 30,4 меңгә тиклем кәмегән.
Эш эҙләүсе булараҡ рәсми теркәлгәндәр иһә, бер аҙнала 300 самаһы кешегә артып, 23,8 меңгә еткән. 9 февралдә Өфөлә коммуналь, социаль һәм шәхси хеҙмәттәр күрһәтеүсе предприятиелар өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙа. Бынан тыш, сарала үҙҙәренең штатын тулыландырыу маҡсатында һаҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүсе ойошмалар ҙа ҡатнаша.
Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән белдереүҙәренсә, хеҙмәтләндереүсе предприятиелар бухгалтер, юрист, администратор, менеджер, водитель, диспетчер, йөк ташыусы, урам һепереүсе, ҡыйыҡ ябыусы, мастер, маляр, ашнаҡсы, балта оҫтаһы, слесарь, тракторсы, электрик, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе кеүек һөнәрҙәрҙе тәҡдим итәсәк. Йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре лә күрһәтелә. Мәҫәлән, хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, һөнәри йүнәлеш буйынса консультация алырға мөмкин. Был хеҙмәттәр өсөн түләргә кәрәкмәй.
Вакансиялар йәрминкәһе баш ҡаланың Ибраһимов бульварындағы 47/1-се йортта иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем ойошторола.