Ағас “тәмен” белә03.02.2017
Ағас “тәмен” белә Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, йортоноң төҙөклөгө, уның һырлы-биҙәкле ишек яңаҡтары, кейем элгесе, йорт йыһазы бында йәшәгәндәрҙең оҫталығына ишара яһай. Барыһының да ағастан эшләнеүе, бер иштән тиерлек лак менән эшкәртелеүе, бер-береһен тулыландырып тороуынан уҡ бер “автор”ҙың ҡулы тейгәнлеген абайларға мөмкин.
Һиҙемләүебеҙ юҡҡа булманы, ысынлап та, ағас “тәмен” тойған оҫта йорт хужаһы үҙе булып сыҡты. Ғәни Бикбаев – һөнәре буйынса тарих уҡытыусыһы, Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғариф бүлегендә туған телдәр буйынса методист булып эшләй. Күңел тартҡан шөғөлө менән буш ваҡыттарында ғына булыша.
Бәләкәйҙән ҡулынан балта-бысҡыһын төшөрмәгән малай йылдан-йыл оҫтара. Тәүҙәрәк ағас сана, артабан саңғы эшләп кейә. Класташтары Ғәниҙең хеҙ­мәт дәресендә ағастан һырлап- юнып эшләгән өлгөләрен әле булһа хәтерләй. Аҡъюл ауылында тыуып үҫкән егеткә ғаилә сәбәп­тәре арҡаһында урта мәктәпте Әбйәлил районының Буранғол мәктәбендә тамамларға тура килә. Өҫтәренә урман “ҡолап” торған ауылда ағас эшен үҙ иткән оҫталар күп була. Ғәниҙең апа­ла­рының (апа – олатай мәғә­нәһендәге диалект һүҙе) ағас эшкәртеү цехы була, ағас “тәмен” бәләкәйҙән татыған Ғәни Бик­баев­тың ҡулдары балта тотоуҙы көҫәп кенә тора. Ағас эшенә барымы барлығын һиҙгән апалары ла өндәшмәй, уның үҙ иркенә ҡуялар. Тап Буранғол ауылында егеттең яңы һулышы асыла, ағастан төрлөсә һырлап-биҙәкләп тәүге йыһаздарын яһай. Артабан ул Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тарих факультетына уҡырға керә. Хеҙ­мәт юлын Әбйәлил районының Үтәгән ауылында башлай.
Баймаҡ районы һылыуы Зәби­рә Насип ҡыҙы менән сәстәрен сәскә бәйләгәс, әсәһенең теләге буйынса тыуған яғы Аҡъярға ҡай­тып төпләнә. Әбйәлилдән диләнкә алып, ағас ҡырҡып, шығырлап торған ҡарағайҙан 8х12 метр дәүмәлендә бынамын тигән йорт һала. Йорт эсендәге бөтә эште үҙ ҡулдары менән башҡара. Һәр ерҙә күңел йылыһы һалған йорт бөгөн күркәмлеге һәм матурлығы менән генә түгел, ә йылылығы һәм ҡотло булыуы менән айырыла. Алдан әйтеүемсә, йорттағы күпселек йыһаз оҫтаның үҙ ҡулы менән эшләнгән.
Урамдағы аласыҡты оҫта­ха­наға әйләндереп, тәүҙә үҙе өсөн йыһаз эшләһә, аҙаҡ уның ни тиклем матур икәнлеген күргән таныштары, дуҫтары заказ бирә башлай. Тик ваҡыт яғы тар булыу сәбәпле, яратҡан шөғөлө ме­нән ял көндәрендә генә бу­лы­шырға тура килә. Ағас эш­кәртеү станогы, электр лобзигы, шымартҡысы һәм башҡа кәрәк-яраҡтың барыһын да һатып ал­ған. Бәхетле ғаилә Раушания һәм Сәлимә исемле ҡыҙҙар үҫтерә.


Вернуться назад