Саҡмағоштар алдынғы!03.02.2017
Ғинуар йомғаҡтары буйынса республикабыҙҙа һөт етештереү йәһәтенән Саҡмағош районы хужалыҡтары алдынғылыҡҡа өлгәште. Йыл башынан алып бында һәр һыйырҙан 500 килограмдан ашыу һөт һауып алынған. Был – Башҡортостанда иң юғары күрһәткес.
Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле республика буйынса уртаса һауым 368 килограмм тәшкил итә. Ауырғазы, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Өфө һәм Учалы райондарындағы ауыл хужалығы предприятиелары ғинуарҙа бер һыйырҙан 400 килограмдан ашыу һөт һауып алған.