Күмәкләгән – яу ҡайтарған01.02.2017
Ватан иҡтисадын үҫтереүгә үҙ өлөшөн Столыпин клубы ағзалары ла индерергә ынтыла. Улар әҙерләгән тәҡдимдәргә ярашлы, бының өсөн 1,9 триллион һум кәрәк.
Клуб етәксеһе “Үҫеш партияһы” рәйесе Бо­рис Титов фекеренсә, сығым­дарҙың 1,4 трил­лион һумы сәнәғәтте һәм моноҡала­ларҙы үҫтереү фондтарына, МСП корпора­ция­һына, ауыл хужалығына ярҙам фондына йүнәл­телә. Бынан тыш, Насар бурыстар (плохие долги) агентлығы ойоштороп, уның устав фонды өсөн дә аҡса кәрәк буласаҡ.
Шулай уҡ клуб ағзалары ватан про­дук­­цияһына ихтыяждарҙы дәрт­ләнде­реү­гә 520 миллиард һум сығым бил­дәләй. Үҙәк банк эшмәкәрлеге буйынса ла тәҡдимдәр бар, мәҫәлән, уға дәүләт инвес­тицияларын – 6-7 процент менән, шул иҫәптән сәнәғәткә 3,5 процентлы кредит биреү бурысы йөкмә­телә. Ошо саралар, фаразланыуынса, яҡын арала тулайым эске продуктты 2,5-3 про­цент­ҡа арттырырға мөмкинлек бирә.
Дөрөҫ, был тәҡдимдәр ҡайһы бер даи­рәләр тарафынан тәнҡиткә юлыҡты. Мәҫәлән, иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкин, күрәһең, һөҙөмтәле­легенә һылта­нып, тар­маҡ­ҡа дәүләт сығымдары түгел, ә хосуси инвестициялар кәрәк, тип белдерҙе. Үҙәк банк “оҙон аҡсалар”ҙың тиҙ арала барлыҡҡа килмәйәсәгенә һылтанды. Ә “Альфа-банк” вәкиле Наталья Орлова, Столыпин клубы башланғысына аңлатма биреп, программа аҡса етмәүгә ҡоролған, ғәмәлдә иһә һүҙ рентабелле проект­тарҙы финанслау тураһында бара, тип белдерҙе.


Вернуться назад