“Тәүге ҡарлуғастар”01.02.2017
Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуында сәнәғәт министры Денис Мантуров быйыл сәнәғәт тармаҡ­та­рында 107,5 миллиард һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәте­ләсәге тураһында белдерҙе.
Ҡаҙна сығымдарының яртыһы автомобиль сәнәғәтенә, сәнәғәтте үҫтереү фондына, ауыл хужалығы машиналары эшләүгә, еңел сәнәғәтте субсидиялауға һәм башлыса сит илдәрҙән һатып алынған техниканан файҙаланған аҙыҡ-түлек эшкәртеүсе машиналар етештереүгә йүнәлтелә.
Федераль Йыйылыш депутаттарына 2017 йылға Мөрәжә­ғәтнамәһендә Владимир Путин ауыл хужалығына дәүләт ярҙамының ниндәй һөҙөмтәләр биреүе хаҡында телгә алғайны инде. Рәсәйҙә һуңғы өс йылда ауыл хужалығы машиналары эшләү өс тапҡырға артып, сит илдәргә 5,7 миллиард һумлыҡ техника һа­тыл­ған. Ике йыл элек сит илдәрҙән һатып алынған машиналар 72 процент тәшкил итһә, былтыр ул һан 46 про­центҡа тиклем төшкән. Иген һәм мал аҙығы комбайндары, тракторҙар һатып алыу күләме тотороҡло кәмей. Ошо уҡ хәл аҙыҡ-түлек индереүгә лә ҡағыла, мәҫәлән, ике йылда ул 34 про­центтан – 22-24, сусҡа ите һатып алыу буйынса – туғыҙ, ҡош ите – 10,5 һәм сыр буйынса 22 процентҡа тиклем аҙайған.


Вернуться назад