Көрсөккә ҡаршы көрәш01.02.2017
Быйыл мартта Федераль хөкүмәт нигеҙен Көрсөккә ҡаршы эш планы тәшкил иткән 2017 – 2025 йылдарға иҡтисадты үҫтереү буйынса эш планын төҙөүҙе тамамларға йыйына. Премьер-министр Дмитрий Медведев раҫлауынса, аҡса менән тәьмин ителгән пункттарҙың күпселеге үтәлгән.
Был исемлектә автомобиль сәнәғәтенә дәүләт ярҙамын да атарға мөмкин. Шулай уҡ башҡарма власть былтыр инфляция­ның 5,4 проценттан ары күтәрелмәүен дә үҙ эшмәкәр­легенең ҡаҙанышы тип аңлатмаҡсы. Макроиҡти­сади тикшеренеү­ҙәр үҙәге мәғлү­мәттәренә ҡарағанда, быйыл тармаҡта үҫеш – 1,1, 2018 йылда – 1,8 һәм 2019 йылда 2,4 процент көтөлә.
“Башҡортостанстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала сәнәғәт етештереүе индексы уҙған йылдың ноябрендә 2015 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, 102,1 процент булған. Электр энергияһы етеш­тереү, газ һәм һыу бүлеүҙә, файҙалы ҡаҙыл­малар сығарыуҙа ярайһы үҫеш теркәлгән. Ағас эшкәртеүҙә үҫеш 2015 йылдың туғыҙ айы менән сағыш­тырғанда – 37,6, металл эшкәртеүҙә – 24,9, резина һәм пластмасса әйберҙәр эшләп сығарыуҙа – 13,8, тире һәм аяҡ кейемдәре етештереүҙә 5-7,8 процент тәшкил итә. Башҡортостанда шулай уҡ төҙөлөштә һәм ауыл хужалығында ла ыңғай күренештәр һаҡлана. Машина һәм ҡора­малдар, химия продукцияһы һәм аҙыҡ-түлек етештереүҙә алға китеш бар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, минераль продукция, целлюлоза-ҡағыҙ, нефть продукция­һы, туҡыу һәм тегеү, транспорт сараларын етештереү 2,5-10,5 процентҡа кәмегән. Ошо уҡ хәл йөк ташыуҙа, күмәртәләп һәм ваҡлап һатыуҙа, түләүле хеҙмәттәр күрһәтеүҙә күҙәтелә. Ә бына ҡулланыу һәм етештереүселәрҙең сәнәғәт тауарҙа­рына хаҡ индекстары 14,6 һәм 12,6 процентҡа күтәрелгән.


Вернуться назад