Ҡыҫҡаса...31.01.2017
Башҡортостан – илдең иң көслө инноваторҙары иҫәбендә. Рәсәйҙең инновацион төбәктәре ассоциацияһы хәбәр итеүенсә, һуңғы бер йыл эсендә республика инновация эшмәкәрлеге буйынса 15-се урындан етенсе урынға күтәрелде.
Ошо рейтинг буйынса Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Ҡазан алда бара. Тәүге ун алдынғы иҫәбендә Томск, Новосибирск, Калуга, Һамар, Мәскәү өлкәләре һәм Красноярск крайы ла бар. Тикшеренеүселәр раҫлауынса, беҙҙең төбәктә һәм башҡа алдынғы субъекттарҙа был йәһәттән һәйбәт шарттар һәм яҡшы һөҙөмтә барлыҡҡа килгән – бер процент ресурстарҙы файҙаланыуҙан 1,5 һәм унан да күберәк процент файҙа алынған.
Беҙҙең республиканың көслө һәм көсһөҙ яҡтарына анализ яһағанда белгестәр шуны асыҡлаған: уйлап табыу патенттарының күп булыуы, ситтән технологиялар индереүҙән файҙаның ҙур күләме – ыңғай күренеш, ә кире яғы – етештереү өлкәһендәге үҙ технологияларының аҙлығы, юғары белемле һөнәрмәндәрҙең етешмәүе.
* * *
Былтырғы йылдың икенсе яртыһынан алып Рәсәйҙә сәнәғәт үҫеш ала башланы. “Эксперт” журналы яҙғанса, сәнәғәт етештереүе индексының (ИПП) июндән декабргә саҡлы үҫеше 8-14 процент булды.
Быға саҡлы шундайыраҡ үҫеш һуңғы тапҡыр 2009 йылдың икенсе кварталында ғына күҙәтелгәйне. Ләкин ул 2008 йылдағы түбән төшөүҙән кире ҡайтыу ғына ине һәм илдең милли иҡтисадына ғәмәлдә яңы үрҙәр тәьмин итә алманы. Хәҙер хәл бөтөнләй башҡаса, ул һигеҙ йыл түбән тәгәрәүҙән һуң ысын үҫеш булып тора, ғәмәлдә структур үҙгәрештәр һынланыуын аңғарта һәм яңы капиталға, яңы баҙарға таяна.
Рәсәйҙә ғәмәлдә барлыҡ тармаҡтарҙа үҫеш төҫмөрләнде. Айырыуса эшкәртеү сәнәғәте ышаныслы алға бара башланы. Декабрь мәғлүмәттәре иһә ҡулланыу баҙарының да йәнләнә төшөүен күрһәтә. “Рәсәй иҡтисадындағы оҡшаш осорҙо эҙләһәк, был күренеште 1999 – 2001 йылдарҙағы үҫеш менән сағыштырырға мөмкин”, – тип раҫлай журнал.
* * *
Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев илдә киң хосусилаштырыу үткәреләсәге тураһында белдерҙе. Уның әйтеүенә ҡарағанда, киләһе ун йылда ошо дәүләт үҫешенең бөтөнләй яңы моделе барлыҡҡа киләсәк, һәм был Ҡаҙағстанға донъяның иң үҫешкән 30 дәүләте иҫәбенә инеү мөмкинлеге тыуҙырасаҡ.
– Беҙ дәүләттең иҡтисадтағы өлөшөн 15 процентҡа саҡлы ҡыҫҡартырға уйлайбыҙ, – тине Назарбаев. – Тулайым эске продукт йән башына ҡарата 400 доллар тура килә ине, былтыр беҙ ошо күрһәткесте 13500 долларға еткерә алдыҡ. Алдағы биш йылда Бөтә донъя банкы, Европаның реконструкция һәм үҫеш банкы кеүек финанс институттары менән хеҙмәттәшлек сиктәрендә ил иҡтисадына туғыҙ миллиард доллар йәлеп итеү мөмкинлеге бар.
“Tass.ru” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Ҡаҙағстандың халыҡ-ара резервы 100 миллиард доллар самаһы тәшкил итә. Үҙенең бойондороҡһоҙлоҡ осоронда был ил Үҙәк Азиянан тура инвестиция сифатында 255 миллиард доллар алғайны.
* * *
Рәсәйҙең хеҙмәт министры Максим Топилин ҡиммәтле әйберҙәр һатып алғанда ҡулаҡса файҙаланыуҙы сикләү дөрөҫ буласаҡ тип иҫәпләй. “Сил илдә ҡулаҡсаға ҡиммәтле тауар ала алмайһығыҙ, унда 500 евроны бер ҡайҙа ла ваҡлап булмай”, – тине министр.
Ул был һүҙҙәре менән илдең финанс министры Антон Силуановтың фекерен раҫланы, тегеһе “Берҙәм Рәсәй” партияһының сираттағы съезында ошо мәсьәләне тикшереүгә әйләнеп ҡайтырға тәҡдим иткәйне. Уның раҫлауынса, күп илдәр хәҙер шул юлдан бара. Яңыраҡ, мәҫәлән, Һиндостанда ҡулаҡса менән иҫәпләшеүҙе сикләү сараһын күрә башланылар.
Был хәл иҡтисадтың асыҡлығын арттырыу һәм күберәк һалым йыйыу мөмкинлеге бирәсәк. Минфин етәксеһе был сикләүгә аҡрынлап күсергә – ҡулаҡса файҙаланыуҙы тәүҙә фатир һәм автомобилдәр һатып алыуҙа тыйырға тәҡдим итә.
* * *
Илебеҙ халҡы былтыр аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуының һүлпәнәйеүен һиҙҙе, тип хәбәр итә Йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү буйынса Бөтә Рәсәй үҙәге (ВЦИОМ).
Ләкин респонденттарҙың күпселеге ит ризыҡтарының һәм йәшелсә, еләк-емештең ҡиммәтләнеүен дә билдәләй. Был үҙәк иғтибар иткән тағы бер хәл – халыҡтың аҡсалата тупланмаһының артыуы. Ул банк депозиттарында ғына ла 24 триллион һум тәшкил итә. Рәсәйҙең шундай ҙур суммалағы дәүләткә ҡарамаған һәм сит илдәр милке булмаған баҙар тупланмаһы булғаны юҡ ине әле. Был хәл ирекле милли инвестиция баҙары барлыҡҡа киләсәгенә өмөт уята.