“Тимер ат”тар беҙҙә артты31.01.2017
“Тимер ат”тар беҙҙә артты Башҡортостан илдә автомобилде иң күп һатҡан тәүге ун төбәк иҫәбенә инде. “Автостат” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, былтырғы йомғаҡтар буйынса беҙҙең республиканың автобаҙары – етенсе урында. 2016 йылда төбәгебеҙҙә 43,7 мең автомобиль һатылған. 2015 йыл менән сағыштырғанда, ул 4,6 процентҡа күберәк.
Был күрһәткес буйынса, ғәҙәттәгесә, иң алда Мәскәү килә: Рәсәйҙәге автомобиль баҙарының 16 проценты ошо мегаполисҡа тура килә, йәғни бында 200 меңдән ашыу автомобиль һатылған. Шулай ҙа, былтырғы менән сағыштырғанда, ул 0,6 процентҡа аҙыраҡ. Мәскәү өлкәһендә һатылған автомобилдәр һаны ике тапҡырға кәмерәк – 97 мең дана (3,3 процентҡа түбән). Санкт-Петербургта иһә улар 3 процентҡа күберәк һатылған. Күрше Татарстанда “тимер ат”тар беҙҙең республикаға ҡарағанда күберәк – 59 мең дана һатылды, ләкин 2015 йыл менән сағыштырғанда ул барыбер 3,7 процентҡа аҙыраҡ. Шулай ҙа был йәһәттән эште иң һүлпәнәйткәне – Түбәнге Новгород өлкәһе, унда ошо күрһәткес 6,3 процентҡа түбәнәйгән.
Былтыр Рәсәйҙең еңел автомобилдәр паркы 1,26 миллион дана тәшкил иткән, йәғни алдағы йыл менән сағыштырғанда дүрт процентҡа аҙыраҡ. Шулай ҙа автомобилдәр һатыуҙан алынған килем бер процентҡа артып, 1,8 триллион һумға еткән. Ошо һатылғандың 90 проценты – сит ил, 10 проценты ғына ватан машиналарына тура килә. Әйткәндәй, Рәсәй автопромына был керемдең 200 миллиард һумы эләкте. Был алдағы йылдан 12 процентҡа күберәк тигән һүҙ.
– Яңы еңел автомобилдәр һатыуҙан ­ артыуы, нигеҙҙә, уларға хаҡтың күтәрелеүенә бәйле, ғәмәлдә Рәсәйҙең автомобиль етештереү сәнәғәте һүлпәнәйеүен дауам итә, – тип аңлата “Автостат” белгестәре. Мототехникаға һорау ҙа аҙая: былтыр 11,4 мең дана ғына яңы мотоцикл һатылды, был 2015 йыл менән сағыш­тырғанда 39,4 процентҡа кәмерәк.


Вернуться назад