Ауыр һүҙ һин, “ипотека”...31.01.2017
Ауыр һүҙ һин, “ипотека”... Хәҙерге көрсөк заманында халыҡ фатирҙы бурысҡа, йәғни ипотека кредиты аша аламы икән? Әллә ул ҡырҡа кәменеме? Ә, бәлки, банктар һәм йорт төҙөүсе ойошмалар өсөн байҙар етерлектер?
Былтыр Башҡортостан төҙөүселәре 2,7 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған, был унан алдағы йыл кимәленә тиң. Ләкин халыҡтың аҡсалата килеме кәмеүе һәм һөҙөмтәлә фатир һатып алырлыҡ кешеләрҙең аҙайыуы күп кенә яңы фатирҙарҙың буш тороуына сәбәпсе булырға мөмкин.
Эксперттар фекеренсә, былтыр халыҡтың ҡулланыу һәләте бер аҙ күтәрелә төшһә лә, ул әллә ни үк ҙур түгел әле. Һуңғы осорҙа беҙ аҡсаны иң кәрәкле нәмәгә генә тотонорға күнегә башланыҡ, һәм фатир һатып алыу мәсьәләһе, уға мохтажлыҡ ҙур булған хәлдә лә, кисектерелә килә.
– Фәләнсә квадрат метрға күберәк төҙөнөк тип һөйләһәк тә, иҡтисадтағы дөйөм хәл беҙҙең тармаҡта ла сағылыш тапмай ҡалмай, халыҡтың торлаҡ һатып алырлыҡ килеме булмай икән, яңы фатир хужаларының артыуын да көтөргә ярамай, – ти ошоға саҡлы республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары булып эшләгән Николай Гавва.
Шулай булһа ла, төҙөлөш тармағы йыл аҙағында алға “һикерҙе”. Тәүге туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса төҙөүселәр алдағы йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда ете процентҡа артта ҡалыуға юл ҡуйһа ла, ҡыш башланғас та эштәре йылдамыраҡ китте.
Ләкин, Н. Гавва әйтеүенсә, был күрһәткес ­ ысын хәлде сағылдырмай, сөнки Башҡортостанда цемент, тимер-бетон әйберҙәр һәм кирбес етештереү кәмей. Ә йыл аҙағындағы ошо йәнлелек элекке йылдарҙан ҡалған майҙансыҡтар һәм материалдар арҡаһында ғына булды.
Статистика шуны күрһәтә: йыл һайын республика ҡалаларында подряд ысулы менән бер миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлһә, тағы ла 3,5 миллион квадрат метр самаһы төҙөлөп бөтмәгәне ҡала, тимәк, улары яҡын киләсәк өсөн. Бигерәк тә был ауыл еренә хас – бында халыҡ йылына бер миллион ярым квадрат метр торлаҡ төҙөп инһә, бураһы ғына ултырған йәки саҡ башы ябылған йорттарҙың майҙаны ете-һигеҙ тапҡырға ҙурыраҡ.
Төҙөүселәр ҡалҡытҡан йорттар халыҡтың һатып алыу һәләтенә тура киләме? Илебеҙҙә был күрһәткестең түбән килеш ҡалыуы дәүләт өсөн сер түгел, шуға күрә лә торлаҡ хаҡының бер өлөшөн ҡаҙна аша ҡапларға мөмкинлек биреүсе махсус программалар эшләп килә. Ләкин иҡтисади көрсөк арҡаһында уларҙы финанслау һиҙелерлек кәметелде.
Шуға күрә беҙҙең республикала йоғонтолораҡ булырға тейешле башҡа йүнәлештәргә өмөт бағлайҙар. Мәҫәлән, төҙөлөш өсөн аҡса туплау механизмына. Ул ғәҙәттәге ипотека менән сағыштырғанда бер нисә өҫтөнлөккә эйә: был программала ҡатнашырға йыйынғанда банкка түләрлек хәлең барлығын иҫбатларға кәрәкмәй, ә өс йылдан һуң, йәғни фатир әҙер булғас, етмәгән сумманы 6-8 процент менән генә бурысҡа алыу форсаты тыуа. Ошо программаға быйыл апрелдә бер нисә мең ғаиләнең инеүе көтөлә, ә был иһә төҙөлөш тармағына етди ярҙам булмаҡсы.
Ауыл еренә килгәндә, һуңғы йылдарҙа шәхси йорттарҙы электр энергияһына һәм газға тоташтырыуҙа проблемалар булмауы эште еңеләйтә. Һыу үткәреү мәсьәләһе республиканың адреслы инвестиция программаһы аша хәл ителер йәки уны төҙөлөш ойошмалары үҙ өҫтөнә алыр тип көтөлә.
Бер юлы эксперттар Башҡортостандағы торлаҡ майҙанының үҙгәрә төшөүен дә билдәләй. Бынан 10-15 йыл элек кешеләр фатирҙы теләһә ниндәй яңы төҙөлгән йорттан да алырға әҙер ине. Хаҡы ғына арзаныраҡ булһын. Был айырыуса торлаҡ мәсьәләһе совет заманынан уҡ ҡырҡыу булған Өфөгә хас күренеш ине. Хәҙер килеп, ундай ығы-зығы заманы артта ҡалды, фатир һатып алырға теләүсе буласаҡ йортҡа ҙур талаптар ҡуя.
– Бөгөн һатып алыусының “каприз”дарын алдараҡ күрә белеүсе һәм уға төрлө варианттар тәҡдим итергә өйрәнгән төҙөүселәр нығыраҡ ота, – ти баш ҡалабыҙҙағы күсмә мөлкәт агентлыҡтары етәкселәренең береһе. Ул ситтән Өфөгә торлаҡ төҙөргә килгән федераль ойошмаларҙың береһе­нең йортто төҙөй башлар алдынан ошонда фатир алырға теләүселәр менән кәңәшләшеүен миҫал итеп килтерә. Ихатаны планлаштырыуҙы, һыу үт­кәргестең нисек урынлашыуын, хатта подъездар­ҙа­ғы ишектең ниндәй булырға тейешлеген дә тикшергәндәр икән. Һөҙөмтәлә уның һатыу күләме урындағы төҙөлөш ойошмалары менән сағыш­тыр­ғанда ике-өс тапҡырға ҙурыраҡ. Һәр унынсы фатир беҙҙә Европа ысулы менән төҙөлә: кухня менән берәй бүлмә берләштерелә. Был иһә 15 квадрат метрҙың хаҡына торошло экономия бирә икән. Майҙаны бәләкәй, ләкин иҙәндән түшәмгә саҡлы бейеклеге 6-8 метр булған фатир алырға теләүселәр ҙә күбәйә – артабан уның эсендә өрлөктәр ярҙамында тағы бер “ҡат” ҡорорға мөмкинлек тыуа.
Бындай тәҡдимдәр генә, тәбиғи, торлаҡ төҙөлөшөн алға ебәрергә һәләтле түгел. Бер яҡтан, уҙған йыл барышында ипотека кредиты биреү артты. Ләкин, икенсе яҡтан, улар төҙөүселәр материал һәм банк кредиты арзаныраҡ саҡта һала башлаған йорттарға ҡағыла. Яңы ресурстар төҙөүселәр өсөн күпкә ҡиммәтерәк буласаҡ бит.
Рәсәй банкы төҙөлөш тармағын аҡса өсөн иң хәүефле өлкә тип һанай. Ҡасандыр йорт һалған төҙөлөш ойошмаһы 40-50 процент табышҡа иҫәп тота ала ине. Хәҙерге заманда иһә рентабеллелек күрһәткесе 10-15 процент булғанда ла был ойошма уңышлы эшләй тип һанала. Шунлыҡтан квадрат метр хаҡын да төҙөүселәр сығымды ҡаплау маҡсатында ғына арттырырға мәжбүр.
Федераль кимәлдә көслө стратегик ҡарарҙар ҡабул ителеүен дә көтәләр. Мәҫәлән, Пенсия фондының бер өлөшөнөң дә торлаҡ төҙөлөшөнә ебәрелеүе ихтимал тип иҫәпләйҙәр. Ә беҙҙең республикаға килгәндә, төҙөлөш өсөн аҡса туплауҙың ошо мәҡәләлә телгә алынған механизмы иң ҡулайлыһы тип иҫәпләнә. Төҙөүселәр иң ҙур өмөттө әлегә шуға ҡайтарып ҡалдыра. Дөрөҫ, бөгөн ул өмөт кенә.


Вернуться назад