Ришүәтселек ҡайһы илдәрҙә “сәскә ата”?31.01.2017
Ришүәтселек ҡайһы илдәрҙә “сәскә ата”? Былтыр донъя илдәренең 68 процентына коррупция күренеше хас булды. Шул иҫәптән – “Оло 20 ил” дәүләттәренә лә. Бөтә донъя индексын иҫәпләүсе “Transparency International” компанияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ошо афәт түбәндәге илдәрҙә айырыуса ныҡ таралған.

Ангола
Ил халҡының 70 проценты көнөнә уртаса ике долларға йәшәй, биш йәшкә тиклемге балалар үлеме һаны шул тиклем күп, иҫәпләп барыу мөмкин дә түгел. 2014 йылда табышты законлы сығанаҡтар буйынса ғына алырға рөхсәт иткән ҡануниәт ҡабул ителгәйне, ләкин ул үтәлмәй, сөнки властар, был талапсанлыҡ илдәге иҡтисади әүҙемлекте кәметер, тип ҡурҡа.

Көньяҡ Судан
Нефттән алынған табыштың ҡырҡа аҙайыуы арҡаһында ил иҡтисады һәләкәткә осраны, ә коррупция йәнләнә төштө. “Ҡара алтын” тармағында ығы-зығы хөкөм һөрә, финанс өлкәһендә элиталы төркөм хужа булып алды, ә власть өсөн көрәш дауам итә.

Судан
Тиҫтәләрсә йыл буйы барған граждандар һуғышы был дәүләттең инфраструктураһын тамам емерҙе һәм коррупцияға киң юл асты. Хөкүмәт даирәләрендә ришүәтселек, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ һәм урлашыу “сәскә ата”.

Афғанстан
Хәрби бәрелештәрҙән ҙур зыян күргән ошо дәүләтте аяҡҡа баҫтырыу өсөн бүленгән миллиондарса доллар шәхси ҡулдарға эләкте йәки әрәм-шәрәм ителде. Хөкүмәт коррупцияны ауыҙлыҡлау буйынса ҡаты саралар күрә башлағас, “Талибан” һөжүмдәрен көсәйтте.

Төньяҡ Корея
Был тоталитар дәүләт тышҡы донъянан айырылып йәшәүен дауам итә. Водород бомбаһын һынауҙы уңышлы үткәреүе тураһында белдергәс, Төньяҡ Кореяның күршеләре менән мөнәсәбәте киҫкенләште.

Сомали
Сәйәси тотороҡһоҙлоҡ һәм көс ҡулланыу арҡаһында бөтә халҡын ҡурҡыу солғап алған ил донъяның коррупция иң киң таралған дәүләте булып иҫәпләнә. Сомали әле булһа халыҡ-ара ярҙамһыҙ йәшәй алмай, сөнки иң кәрәкле ихтыяжды ла, мәҫәлән, суд ҡоролошон, үҙаллы ҡәнәғәтләндерерлек хәлдә түгел.

“Take-profit.org” мәғлүмәттәренән.


Вернуться назад