Бер гектар ер бирәләр31.01.2017
Бер гектар ер бирәләр Рәсәй граждандарының, ҡайһы төбәктә йәшәүенә ҡарамаҫтан, Алыҫ Көнсығыштан ер участкаһы алырға мөмкинлеге бар. Был туралағы ҡануниәт 2016 йылдың 1 июненән үк ғәмәлдә, әммә эштең тәртибе аныҡ билдәләнмәгән ине.
“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәте менән “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктәре араһында ил халҡынан бушлай файҙаланыу өсөн Алыҫ Көнсығыштан ер биләмәһе алыу тураһында ғаризалар ҡабул итеү мәсьәләһенә бәйле килешеүҙәр төҙөлә. Әле Рәсәйҙең 80 төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла ундай документтарға ҡул ҡуйылған.
Килешеүгә ярашлы 1 февралдән күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре “Алыҫ Көнсығыш гектары” алырға теләүсе ватандаштарыбыҙҙың яҙма мөрәжәғәттәрен теркәй башлаясаҡ. Был офистарҙа шулай уҡ “Надальнийвосток.рф” сайтында урынлаштырылған федераль мәғлүмәт системаһы аша ғариза яҙыу йәһәтенән ярҙам һорарға була.
Әйткәндәй, бер гектарлыҡ участка кешегә биш йылға бирелә, унан ары был ерҙе, нисек файҙаланыуыңа ҡарап, бушлай хосусилаштырырға йәки ҡуртым тураһында килешеү төҙөргә мөмкин.


Вернуться назад