Ҡымыҙҙы күберәк етештереп була29.03.2012
Башҡортостан — йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ менән дауалау буйынса Рәсәйҙә иң ҙур төбәк. Һуңғы өс йылда шифалы эсемлек етештереү өс тапҡырға артҡан һәм былтыр 2,8 мең тонна тәшкил иткән. Рәсәй ҡымыҙының күп өлөшө, 80 процент самаһы, тап Башҡортостанда етештерелә.
Бейә һөтө етештереү һәм ҡымыҙ менән дауалау мәсьәләләре буйынса республиканың Ауыл хужалығы министрлығында үткән кәңәшмәлә ошондай мәғлүмәттәр килтерелде. Унда “Өфө” дәүләт завод атлыҡсаһы” һәм “Өфө йылҡысылыҡ заводы” йәмғиәте етәкселәре, Һаулыҡ һаҡлау, Мәғариф министрлыҡтары вәкилдәре, Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы, Башҡорт дәүләт медицина һәм дәүләт аграр университеттары, Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-етештереү институты ғалимдары, “Роспотребнадзор”ҙың республика буйынса идаралығы белгестәре ҡатнашты.
Кәңәшмәлә, Башҡортостанда шифалы эсемлекте күберәк етештереү мөмкинлеге бар, тип билдәләнде.
— Әле ҡеүәтебеҙҙең 12 процентын ғына файҙаланабыҙ, — тине ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин. — Был йүнәлештә беҙҙе киң перспектива көтә.
Дауалау учреждениеларында ҡымыҙға ихтыяж айырыуса ҙур. Медицинала эсемлекте файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеге һәм маҡсатҡа ярашлылығы раҫланған. Ҡымыҙҙы ҡулланғанда дауалау осоро ҡыҫҡара, эсеүҙә сикләүҙәр юҡ. Уны өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла дауалау өсөн берҙәй уңышлы файҙаланалар. Башҡортостан табиптарының ошо йүнәлештәге тәжрибәһе Рәсәйҙә алдынғы тип иҫәпләнә.
Ҡымыҙ бешеүселәр һәм медицина хеҙмәткәрҙәре бейә һөтө етештереү күләмен арттырыу һәм уның шифаһын дауалау-профилактика учреждениеларында файҙаланыу өсөн берләшергә кәрәк тигән уртаҡ фекергә килде. Бының өсөн ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеү зарур. Атап әйткәндә, бейә һөтө етештереү технологияһы камиллаштырыуҙы талап итә. Шифалы эсемлекте күпләп етештереү, уны һаҡлау, экологик именлекте тәьмин итеү, ҡымыҙҙы республиканың бөтә дауалау-һауыҡтырыу учреждениеларында ҡулланыу, кадрҙар менән тәьмин итеү проблемалары күтәрелде.
М. МӨХӘМӘТЙӘРОВА.


Вернуться назад