Илеш икмәген бында яраталар29.03.2012
Илеш икмәген бында яраталарРеспубликабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитов, халыҡҡа мөрәжәғәт итеп: “Үҙебеҙҙекен һатып ал, үҙебеҙҙекенән ҡуллан”, — тигәйне. Был йүнәлештә Илеш районының аҙыҡ-түлек етештереүсе урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары уңышлы ғына эшләй. Район хакимиәте ярҙамында күптән түгел асылған “Вариант” йәмғиәтенең “Яҙ” магазины аша һатыла уларҙың продукцияһы.
Бында “Илеш икмәге” предприятиеһының икмәген, ҡаласын, керәндилен, “Илеш ите”нең колбасаһын һәм ит ризыҡтарын, “Илеш һөтө”нөң һөтөн, ҡаймағын, кефирын, “Ағиҙел” йәмғиәтенең, шәхси эшҡыуарҙар Р. Мөҙәрисовтың, Д. Бәхтизиндың, Г. Авзалованың ярым фабрикаттарын, билмәндәрен теләп һатып алалар. Һатыусылар әйтеүенсә, район етештереүселәренең продукцияһынан, уның сифатынан халыҡ бик ҡәнәғәт. Етмәһә, бинаның эсендә үк клиенттар “Илеш икмәге” тәҡдим иткән ҡамыр аштары менән тамаҡ ялғай ала.
“Илеш икмәге” муниципаль унитар предприятиеһы директоры Рөстәм Әхмәтйәновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, улар киләсәктә лә халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып, продукцияның сифатын артабан да яҡшыртыу, ассортиментты байытыу тәңгәлендә һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып барасаҡ.
Эйе, үҙ ереңдә етештерелгән ризыҡ сифатлы ла, бәрәкәтле лә, тәмле лә була!
Лира ГӘРӘЕВА
Илеш районы.


Вернуться назад