Һуңғы йылдарҙа “моноҡала” тигән төшөнсә тураһында йыш һөйләйҙәр. Ҡасандыр бер предприятие нигеҙендә барлыҡҡа килеп, урындағы халыҡтың күпселеге шунда эшләгән йәки етештерелгән тауарҙың 50 проценты бер тармаҡҡа ҡараған кескәй ҡаласыҡтар улар. Рәсәйҙә 300 самаһы моноҡала бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәренең хәле ҡасандыр ҡаланы төҙөүгә сәбәпсе булған предприятиеның бөгөнгөһөнә бәйле. Быға миҫал эҙләп алыҫҡа китәһе түгел. Илдең моноҡалаларында 15 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Ундағы ҡалаларҙа килеп тыуған хәлде яҡшыртыу, социаль-иҡтисади хәлде үҫтереүҙе муниципалитеттар ғына хәл итә алмай. Шуға ла 2014 йылда Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Дмитрий Медведев тап ошо йүнәлештә эшләйәсәк Моноҡалалар үҫеше фонды булдырҙы. Быйылғы йылдың башында Рәсәй Хөкүмәте ҡарарҙары донъя күрҙе. Премьер-министр Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған документта республикабыҙҙың Бәләбәй һәм Күмертау ҡалаларында ла йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен булдырыу тураһында һүҙ барҙы.
Ҡарарҙа билдәләнеүенсә, бындай биләмәләр Күмертау һәм Бәләбәй ҡалаларын үҫтереүгә, уларҙың иҡтисадын үҙгәртеп ҡороуға, инвестиция йәлеп итеүгә, урындағы төп ойошмаларҙың эшмәкәрлегенә ҡағылмаған яңы эш урындары булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Әйткәндәй, Күмертау авиация-етештереү берекмәһе менән Бәләбәй “Автонормаль” заводы – был төбәктәрҙәге төп предприятиелар.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә сағылған күрһәтмәләрҙе үтәүгә ярашлы, Күмертау һәм Бәләбәй былтыр март айында Бәләкәй ҡалаларҙы үҫтереү фондында йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре исемлегенә индерелеү өсөн проекттарын яҡлағайны. Күмертауҙа “Сигма” компаниялар төркөмө алты миллиард һумлыҡ өр-яңы май экстракцияһы заводын асырға ниәтләһә, Бәләбәй иһә яңы һигеҙ миллиард һумлыҡ биш инвестиция проектын тормошҡа ашырасаҡ.
Фондтың етәксеһе Ирина Макиева күптән түгел Башҡортостанға килеп, Бәләбәйҙең йәшәйеше менән танышты. Күмертауға фондтың эш төркөмө былтыр килеп киткәйне.
Ирина Макиева тәү сиратта Бәләбәйҙә һөт комбинатында булып халыҡ менән осрашты. Әйткәндәй, комбинат “Автонормаль” заводынан ҡала халыҡты эш менән тәьмин итеү буйынса икенсе урынды биләй. Заводта хәл тотороҡло түгел. Һөҙөмтәлә сәнәғәт предприятиеһына күҙ терәп торғандарға эшһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы ла янай. Башҡортостанда ошондай хәлдәге ҡалалар дүртәү – Бәләбәй, Күмертау, Нефтекама, Белорет. Бәләбәй иһә 2014 йылда моноҡала тип танылды.
Моноҡалаларҙы үҫтереү буйынса эшсе төркөм етәксеһе Ирина Макиева илдең баш ҡалаһында йәшәһә лә, Бәләбәй сырын ғына һатып алыуы тураһында белдерҙе. Муниципалитет башлыҡтары, урындағы дәүләт учреждениеларында эшләүсе һәм шәхси эшҡыуарҙар менән осрашыуҙа ҡаланы үҫтереү юлдары билдәләнде. Программа буйынса яңы эш урындары асыусыларға түбән процентлы займдар биреләсәк, һалым буйынса ла льготалар ҡаралған.
– Рәсәйҙә моноҡалалар иҫәбе – 300-ҙән 500-гә тиклем. Уларҙың тотороҡлолоғо миҙгелгә бәйле лә үҙгәрә. Әлегә беҙ 319-ын билдәләнек һәм ике йыл дауамында тап ошо ҡалаларҙың хәлен яҡшыртыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ, – тип белдерҙе Ирина Макиева.
Программаға ярашлы, Бәләбәйгә фонд 400 миллион һум аҡса бүлә, ул ҡала инфраструктураһын яҡшыртыуға тотонола, ҡалған 7 миллиардтан ашыуы инвесторҙар иңенә төшә. Әйтергә кәрәк, инвесторҙарҙың бөтәһе лә республиканыҡы. Ҡалала йорт ҡуяндары үҫтереү фермаһын төҙөү, һөт комбинаты менән “Автонормаль” заводын модернизациялау, тағы ике сәнәғәт ойошмаһын асыу күҙаллана. Быйылдан старт алған проект Бәләбәйҙә ике мең ярым эш урыны булдырыуға йүнәлтелгән. Әле ҡалала меңгә яҡын эшһеҙ иҫәпләнә. Ҡаланың 8-се урта мәктәбендә лә төҙөкләндереү эштәре тамамланыу алдында.
Ил Хөкүмәте ҡабул иткән проектта 11 ҡаланы үҫтереү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылған. Уларҙың араһында Башҡортостандан Бәләбәй менән Күмертауҙың булыуы ҡыуандыра. Хәҙер иһә проекттың уңышлы тормошҡа ашыуы урындағы власть әһелдәренең эшмәкәрлегенә бәйле.
Тимур ҒИЛМИЙӘРОВ, Бәләбәй һөт комбинатының инвестициялар буйынса үҫеш етәксеһе: – Һөт комбинатын модернизациялау башланды ла инде. Әлеге көндә был маҡсатҡа беҙ 400 миллион һум аҡса тотондоҡ, тағы 2 миллиард һум йәлеп итеү ҡаралған. Яңы аппарат линияһы астыҡ, сыр һаҡлау камераһы һәм башҡа уңайлыҡтар булдырылды. Комбинатта 600 тирәһе кеше эшләй.