Бал ҡорттары егәрләнде24.01.2017
Былтырғы йыл ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн уңдырышлы булды. Иген үҫтереү, етештереү буйынса һөҙөмтәләр ҡыуаныслы. Баҡтиһәң, бал ҡорттары ла “тырышып эшләгән”.
Рәсәйҙә барлығы 75 мең тонна бал йыйылған. Был – яҡшы һөҙөмтә. Мәҫәлән, 2011 йылда 60 мең тонна булһа, 2013 йылда 68 мең тоннаға еткән. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй балын экспортҡа оҙатыу буйынса күрһәткес арта. 2011 йылда сит илдәргә 88 тонна һатылһа, 2013 йылда был һан 500 тоннаға еткән. Былтыр иһә 3,6 мең тонна шифалы аҙыҡ экспортҡа йүнәлтелгән. Илдә ҡорт күсе лә ишәйә – уның һаны хәҙер ун меңдән артып киткән.
Әлбиттә, был 75 мең тонна – “Росстат”тың рәсми мәғлүмәте. Бүтән ойошма – Бөтә Рәсәй умартасылар берләшмәһе күберәкте, яҡынса йөҙ мең тонна, тип белдерә. Әммә ике осраҡта ла уңыш бик һәйбәт. Хатта был юҫыҡта Совет осорондағы иң яҡшы һөҙөмтәләрҙе лә уҙып киттек. Мәҫәлән, 1991 йылда 42 мең тонна бал етештерелгән.
Бөгөн Рәсәй донъяла бал алыу буйынса иң ҙур биш ил иҫәбенә инә. Беренсе урында – Ҡытай (350 мең тонна). Унан һуң АҠШ, Аргентина, Һиндостан, Төркиә. Улар йылына 80 – 110 мең тонна бал етештереп, бер-береһенең үксәһенә баҫып килә.