Теплицалар майҙаны арта24.01.2017
Сит илдәрҙән йәшелсә, емеш-еләкте сикләү сәйәсәте үҙ һөҙөмтәһен бирә. “Рәсәй теплицалары” ассоциацияһы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр йыл аҙағына илдә теплицаларҙың дөйөм майҙаны уртаса 2,3 мең гектарға еткән.
Һуңғы биш йылда 600 гектар майҙанда теплица төҙөлгән. Уның 300 гектары – яҡтылыҡ менән үҫтерелгән культуралар. Былтыр 166 гектарҙа төҙөлөш өсөн 33,5 миллиард һум аҡса йәлеп ителгән. Белгестәр әйтеүенсә, быйыл теплицалар майҙаны артасаҡ, йәнә 130-150 гектар майҙанда файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Әле был юҫыҡта Краснодар крайына тиңләшкәндәр юҡ. Унда 210 гектар майҙанда теплица бар, шуның 194 гектарында йәшелсә үҫтерелә.
Әйткәндәй, илде йәшелсә менән тулыһынса тәьмин итеү өсөн әле байтаҡ көс түгәһе бар. Бының өсөн, кәм тигәндә, тағы ике мең гектарҙа теплицаны эшкә көйләргә кәрәк. Йәғни йәшелсә, емеш-еләк үҫтереүҙе ике тапҡырға арттырып, етештереү күләмен 1,7-1,8 миллион тоннаға еткереү мөһим. Бындай һөҙөмтәгә 2020 йылда өлгәшеү күҙаллана.