Яңы завод төҙөлә24.01.2017
Рәсәйҙә алтын таҙартыу буйынса иң ҙур заводтарҙың береһе Костромала төҙөләсәк.
Мәғлүм булыуынса, 2015 йылда беҙҙең ил алтын табыу буйынса сираттағы рекордты ҡуйҙы. Әммә приискыларҙа алынған металды башта таҙартырға кәрәк, был эш менән предприятиелар шөғөлләнә. Әлегә Рязань өлкәһен­дәге иң ҡеүәтле Приокск төҫлө металдар заводы “Гохран”ды тәьмин иткән төп предприятие булып иҫәпләнә.
1970 йылдар баштарында тө­ҙөлгән Новосибирск, Красноярск, Щелково һәм Екате­рин­бургтағы төҫлө металл предприятиелары хәҙер шаҡтай иҫкергән. Әле бер­ҙән-бер замансараҡ йүнә­лештәге эш­кәртеү цехы 1996 йылда эш баш­лаған билдәле “Купол” алтын ятҡылығында бар. Әммә уның ҡеүәте етмәй – табышының күпсе­лек өлөшө Колымаға эшкәр­теүгә оҙатыла.
Тап шуға ла яңы предприятие төҙөү – көн ҡаҙағында. Өҫтәүенә Кострома өлкәһе күптән алтын эш­кәртеү тармағы булараҡ бил­дәле. Алтын сәнәғәте берләшмәһе мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙәге барлыҡ ҡиммәтле металдың 30 про­центы бөгөн бында эшкәртелә.


Вернуться назад