Смаҡай егете бит ул!24.01.2017
Смаҡай егете бит ул! Тәйрүк һәм Ағиҙел йылғалары аҡҡан үҙәндәрҙәге болондар, тирә-яҡтағы йәшел урмандар, Торатау итәктәре бер күреүҙә кешене әсир итә. Хоҙай Тәғәлә был тирәгә матурлыҡты ла, байлыҡты ла мул биргән – уңдырышлы ерҙәр, “ҡара алтын”ға бай ятҡылыҡтар…
Бында эшсән халыҡ ғүмер итә. Рәсүл Ғүмәров – шуларҙың береһе. 1936 йылда Ишембай районының Смаҡай ауылында колхозсы ғаилә­һендә донъяға килә ул. Атаһы Абдрахман ағай Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була, әсәһе Сәхибъямал Рафиҡ, Рәсүл, Фәүриәһе менән тол ҡала. Үкенескә ҡаршы, әсәһе лә 1958 йылда ни бары 45 йәшендә яҡты донъянан китә.
Рәсүл үҙенең туғандары һәм осорҙаштары кеүек тормоштоң әсеһен татып үҫә. Фронтовиктар һуғыштан ҡайтып етмәгән, ауылда ир-ат көсө етешмәгән йылдарҙа үҙенең йәштәштәре менән колхоз эшендә һиҙелерлек хеҙмәт өлөшөн керетә.
“Балалар, уҡырға кәрәк, белемгә ынтылырға кәрәк” – әсәһенең ошо васыят һүҙҙәрен дә хәтерҙән сығармай ул. Нисек кенә ауыр булмаһын, аслы-туҡлы йөрөмәһен, 1953 йылда Ишембай урта мәктәбен уңышлы тамамлап, Өфө нефть институтына уҡырға керә. Биш йылдан Смаҡай егете “инженер-нефтсе” дипломы алып тыуған яғына ҡайта.
Тиҙҙән ул Ишембай нефть һәм газ сығарыу идаралығында эшләй башлай, бөтөн хеҙмәт юлы шунда үтә. “Ҡайҙа тыуҙы, шунда яраны, уңды” тигән әйтем нәҡ Рәсүл Абдрахман улы тураһында.
Ул үткән быуат нефтселәре өсөн традицион булған хеҙмәт юлын уҙа, ике йыл нефть сығарыу операторы булып эшләй. Унан мастер, инженер, өлкән инженер вазифаларында идараның иң ауыр иҫәпләнгән ер аҫты ҡорамалдарын капиталь ремонтлау цехында фиҙакәр хеҙмәт күрһәтә, ҙур тәжрибә туплай. Был осорҙа уға ышаныс күрһәтеп, юғары белгестәр исемлегендә Германия Демократик Республикаһына коман­дировкаға ебәрәләр. Ваҡыт үткән һайын йәш белгескә береһенән-береһе етдиерәк вазифалар йөкмәтәләр.
Үткән быуаттың 70-се йылдарында илдең Нефть һәм газ сығарыу министрлығында яңы структуралар керетеү башлана, яңы төр участкалар, цехтар кәрәк була. Рәсүлгә барлыҡ төр ер аҫты йыһаздарын, скважиналарға ағымдағы һәм капиталь ремонтлау эштәрен башҡарған ҙур цех булдырыу, уны кадрҙар һәм йыһаздар менән тәьмин итеү бурысы йөкмәтелә. Асылда капиталь һәм ағымдағы ремонт үткәргән ике цех берләштерелә, уға яңы участкалар ҡушыла.
Рәсүл Абдрахман улы бурысты уңышлы үтәп сыға, ярты йыл эсендә биш йөҙ кешеһе, өс тиҫтә бригадаһы, барлыҡ быраулау техникаһы, күтәр­гестәре, агрегаттары, ҡора­малдары булған, иң мөһиме – белгестәр, эшселәр менән тәьмин ителгән цех тулы ҡеүәтендә эшләй башлай. Билдәле, былар барыһы ла башланғыс стадия ғына, сөнки алда икһеҙ-сикһеҙ ремонтлау фронты көтә. Инде ҡырҡ йылға яҡын эксплуатацияла булған скважиналар… Иҫке технология менән боролған скважиналар, иҫкергән колонналар, забойға ҡойолған металдар…
Бөтөн яҡтан ҡоралланған, тәжрибә туплаған инженер – энергияһы ташып торған йәш түрә, ең һыҙғанып, коллективы, фекерҙәштәре менән берлектә скважиналарға яңы һулыш бирә башлай.
Ишембай скважиналары, иҫке технологияларға ярашлы, стеналары забойға ҡәҙәр торбалар менән нығытыл­маған конструкцияла ҡоролған. Был, бәлки, технология ғәйебе генә түгелдер, һуғыш йылдарында биш-алты дюймлы торба­ларҙың етешмәүе лә сәбәп булғандыр. Хәҙер уларҙы ремонтлағанда ҙур ҡыйын­лыҡтар килеп тыуа, һәр скважинаға үҙенә башҡа йыһаздар, ысулдар ҡулланырға кәрәк. Ундай бер скважинаға капиталь ремонт үткәреү өсөн әҙерләнгән расчеттар, документтар, анализдар студентҡа диплом проекты яҙырға етер ине.
Яңы технологияларҙы тормошҡа ашырырға яңы йы­һаздар, яйланмалар ҙа шулай уҡ бер ҡасан да эшлән­мәгән. Был өлкәлә Р. Ғүмәров етәкселегендә ижади-ин­женерҙар төркөмө – П. Тормозов, З. Рәхимов, Р. Хөб­бөтдинов, Р. Нуретдинов, А. Чепик – һөҙөмтәле эшләй.
Ғүмәров етәкселегендәге цех алдынғы тәжрибә мәктәбенә әйләнә, башҡа өлкәләрҙән килеп, коллектив­тың эш алымдарын өйрәнәләр.
Рәсүл Абдрахман улы, етәксе булараҡ, йәш белгестәр әҙерләүгә күп көс һалды, эшселәргә киске техникумда, институтта ситтән тороп уҡырға мөмкинлек тыуҙырҙы, ярҙам итте. Дипломлы йәш белге­стәргә профессиональ үҫеш өсөн юлдар асыҡ булды. Ул саҡта цехҡа сит ил студенттары, инженерҙары практика үтергә килә ине.
Цех ныҡлап аяҡҡа баҫҡас, барлыҡ кимәлдәге инженер-техник кадрҙар тупланғас, Р. Ғүмәровты идара етәксеһе урынбаҫары итеп үрләтәләр, уның ойоштороу һәләте, эш тәжрибәһе күптән юғарыраҡ бейеклектәр талап итә ине.
Был вазифала Ғүмәров хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй. Нефть сығарыу идаралығы ҡалаға нигеҙ һалған, уны үҫтергән моно-предприятие булғанлыҡтан, йәш идарасыға коллектив үтенестәрен хәл итеү менән бер рәттән, ҡала мәнфәғәттәрен тулыһынса ҡәнәғәт­ләндереү йәһәтенән ҙур көс һалырға тура килә. Уның етәкселегендә, республикала беренселәрҙән булып, инициатива һәм хужалыҡ ысулы менән нефтселәрҙең үҙ көстәрен ҡулланып, күп фатирлы йорттар һалына башлай. Идарасы мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын, дауахана, стадион, мәҙәниәт һарайын һәм башҡа инфраструктура биналарын төҙөк хәлдә тотоуға ла күп көс һала. Ул йылдарҙа нефтселәр ауыл хужалығына ихлас ярҙам итте.
Билдәле, уның барыһына ла көсө етә, тик үҙ эше тороп ҡала: бөтөн яҡлап әҙер булған кандидатлыҡ диссертацияһын яҡларға ваҡыт бүлә алмай – көндәлек эш йота.
Рәсүл Абдрахман улы – бөтөн ғаиләһе менән ҡалала танылған шәхес. Тормош иптәше Сәриә Ибраһим ҡыҙы Ишембайҙа ғына түгел, республикала танылған Башҡор­тос­тандың атҡаҙанған табибы ине. Күп йылдар ҡала да­уаханаһының неврология бүлеген етәкләне, бер нисә районды хеҙмәтләндергән табип-эксперт комиссияһының етәксеһе булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Сәриә ханым 60 йә­шендә генә беҙҙең аранан китте, бөгөн ҡала дауаха­наһында уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, эшләгән урыны уның исемен йөрөтә.
Улы Рөстәм, ейәне Рәмил, ейәнсәре Ләйсән Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, ошо өлкәлә етәксе вазифаларында хеҙмәт итә. Рөстәм һәм уның ҡыҙы Ләйсән – техник фәндәр кандидаттары.
Рәсүл Ғүмәров “СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы” тигән маҡтаулы исемде йөрөтә. Тынғы белмәҫ уҙаман әле лә хеҙмәттә, башта тәжрибәһен йәш белгестәргә бирер өсөн уҡыу-курс комбинаты директоры, ә бөгөн Ишембай нефтсе­ләре ветерандар советы рәйесе вазифаһын башҡара, ғәзиз бишеген дә онотмай. Ауылды, мәктәпте төҙөклән­дереү өсөн әле лә күп көс һала, уның етәкселегендә юлдар, зыярат тәртипкә килтерелгән, урамдар яҡтыр­тылған. Үҙенең пенсия аҡсаһына тиерлек Ватан һуғышында һәләк бул­ғандарға ауылда стела һәм мемориаль таҡтаташ яһатҡан. Бына шундай ул Смаҡай егете!

Ренат НУРЕТДИНОВ,
Рәсәйҙең почетлы нефтсеһе.



Вернуться назад