Күптән кәрәккән ҡанун24.01.2017
“Росреестр”ҙың хоҡуҡтарҙы теркәү һәм кадастр иҫәбе (айырым да, дөйөм процедура рәүешендә лә), шулай уҡ Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрынан белешмәләр биреү буйынса хеҙмәттәрен тотош Рәсәй биләмәһендә тулыһынса файҙаланырға мөмкин. Ведомство 2017 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә ингән “Күсемһеҙ милекте дәүләт теркәүе тураһында” 218-се Федераль закон талаптарына ярашлы эшләй.
Быйылғаса кадастр иҫәбе һәм хоҡуҡтарҙы теркәү айырым мәсьәләләр тип һанала ине. Ә бит граждандарға күсемһеҙ милек менән алыш-биреш иткәндә йыш ҡына ике хеҙмәтте лә файҙаланырға тура килә. Уртаҡ реестр булдырыу процедураларҙы бер юлы алып барыу мөмкинлеген тыуҙырҙы. Хәҙер теркәү органына бер генә ғариза тапшырыу етә – кадастр иҫәбенә ҡуйыу ҙа, хоҡуҡтарҙы раҫлау ҙа 10 эш көнө эсендә башҡарыласаҡ.
Яңы форматта хеҙмәтләндерә башлауҙың тәүге ун көнөндә Башҡортостандың “Росреестр” идара­лығы тарафынан Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрынан белешмә алыуға, хоҡуҡтарҙы теркәүгә, кадастр иҫәбенә ҡуйыуға, шулай уҡ берләштерелгән иҫәп-теркәү процедураһына ҡағылышлы 57 меңдән ашыу хат һәм ғариза ҡабул ителгән, эшкәртелгән. Атап әйткәндә, республика халҡынан күсемһеҙ милек объекттарына хоҡуҡтарҙы теркәү тураһында 28 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән булған, яңы ҡануниәт нигеҙендә процедураның ябайлаштырылыуы арҡаһында уларҙың 16 меңе буйынса эш тиҙ арала тамамланған.
“Росреестр”ҙың хеҙмәттәрен файҙаланыу өсөн документтарҙы Федераль кадастр палатаһы офис­тарында һәм күп функциялы “Минең документтарым” үҙәктәрендә тапшырырға мөмкин.


Вернуться назад