Банкротлыҡ – үҙе бер бәлә24.01.2017
Илдә граждандарҙың банкротлығы хаҡында закон үҙ көсөнә ингәндән бирле Башҡортостандың Арбитраж судына ошоға бәйле 1365 ғариза килгән (граждандарҙың 1147-һе үҙ-аллы ҡарар ҡылған). 863 мөрәжәғәт (63 %) буйынса шәхси мөлкәтте һатыу процедураһы ҡаралһа, 64 кешенең генә бурысын реструктуризацияларға мөмкинлеге булған, тимәк, банкроттарҙың күпселеге үтескә алғанын яйлап та түләрлек хәлдә түгел.
Әлегә шәхси мөлкәтен һатыу һөҙөмтәһендә яҡынса 80 кеше буйынса эш тамамланған, улар бурыстарынан тулыһынса ҡотол­до тиһәң дә була. Белгестәр әйтеүенсә, граждандарҙың бан­-к­рот­лығына ҡағылышлы эштәр башлыса бер ниндәй низағһыҙ үтә. Дөйөм Рәсәй буйынса ал­ғанда, судтың кемделер банкрот тип таныуҙан баш тартыу осраҡ­тары бик һирәк. Ғәҙәттә, ундай аҙымға бурыслының намыҫ­һыҙ ҡыланыуы, ялған документтар күрһәтеүе, милке һәм килеме тураһында хаталы мәғ­лүмәттәр биреүе асыҡланғанда ғына баралар.
Кредит һаҙлығына батҡандар­ҙың хоҡуҡи хәлен көйләгән закондың намыҫлы кешеләр өсөн бик ҡулай икәнлеген билдәләйҙәр. Әйткәндәй, быйыл банкротлыҡ тураһында ғариза биргәндәрҙән талап ителгән дәүләт пошлинаһы күләме 6000 һумдан 300 һумғаса кәметелде, был, моғайын, ғари­залар һанын күпкә арттырыр.
Шул уҡ ваҡытта “Росреестр” белгестәре бурыслыларға шәхси банкротлыҡ тураһында ғариза яҙыр алдынан ныҡ ҡына уйла­нырға, был аҙымға һуңғы сиктә барырға кәңәш итә. Кредиттарҙан арыныуын-арынырһың да ул, ә бит алда тағы әллә күпме ҡаршы­лыҡҡа түҙәһе бар.
Мәҫәлән, бер нисә кире эҙем­тәгә иғтибар итәйек:
– кредиторҙар менән иҫәплә­шеү маҡсатында граждандың ниндәйҙер милке һатыла;
– шәхси килемде файҙаланыу йәһәтенән сикләүҙәр барлыҡҡа килә;
– идара менән бәйле эшмәкәр­лекте алып барыу мөмкинлеге сикләнә, шул иҫәптән юридик берәмектәрҙең етәкселек органдарында вазифа биләү рөхсәт ителмәй;
– артабан кредиттар һәм заемдар алыу ҡатмарлаша.


Вернуться назад