Төп етешһеҙлектәр асыҡланды20.01.2017
2016 йылда республикала Төбәк операторы 192 мең кеше йәшәгән күп фатирлы 1202 йортта 2,69 миллиард һумлыҡ капиталь ремонт яһаған. Йыллыҡ план 1063 йорт тәшкил итә. Эшкә контроллек иткән Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты 1063 йортто тикшергән һәм етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү буйынса 478 күрһәтмә биргән.
Был етешһеҙлектәргә нигеҙҙә проект-смета документтарында, ҡыйыҡты йүнәткәндә, үткәргес торбаларҙы изоляциялағанда, фасадтарҙы буяу технологияһында теүәлһеҙлектәр, эштән һуң сүп-сарҙың күпләп ҡалыуы инә. Ведомство етәксеһе Илдар Шафиҡов әйтеүенсә, ҡағиҙә булараҡ, етешһеҙлектәр кисекмәҫтән төҙәтелә.
Былтыр дәүләт комитетына граждандарҙан капиталь ремонт программаһына ҡағылышлы 517 мөрәжәғәт килгән. Шуларҙың яртыһынан күберәге (65 проценты) аныҡ йортта ҡасан һәм ниндәй ремонт күҙалланыуына бәйле булған, 10 проценты иһә башҡарылған эш сифатына ҡағылған.
Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, күп фатирлы 381 йортта һыу бүлеү һәм һыу менән тәьмин итеү, 119-ында — электр, 41 йортта йылылыҡ системаһы төҙөкләндерелгән. Иҫәп-хисап приборы — 4 йортҡа ҡуйылған, 25-ендә лифт алмаштырылған, 527-һендә ҡыйыҡ йүнәтелгән.